

Бөрйән йәштәре менән эшләү район эсендә генә түгел, унан ситтә лә ойошторолған. Баш ҡалабыҙ Өфөлә Бөрйән йәш яҡташтар берлеге бик әүҙем эшләй. Уның председателе Байназар егете Арыҫлан Мөхәмәтйәнов:
-Бөрйән йәштәре берлеге районыбыҙҙан ситтә уҡып һәм эшләп йөрөүсе йәштәрҙе берләштереү, төрлө өлкәләрҙә үҫешергә ярҙам итеү, әүҙемләштереү маҡсатында йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара.
Үҙ телебеҙҙе үҫтереү йәһәтенән «Һөйләш» башҡортса аралашыу клубы булдырғанбыҙ. Даими рәүештә йәштәр менән йыйылып аралашабыҙ, фекерҙәр менән бүлешәбеҙ, төрлө темаларға әңгәмә ҡорабыҙ.
Йәштәрҙең йәшәйешен төрлөләндереү, берләштереү өсөн төрлө саралар ойошторола. Яңыраҡ кертнбол турниры үтте. Беҙҙең өсөн ул яңы спорт төрө. Турнир Халыҡтар берҙәмлеге йылына бағышланды. Күрше райондарҙан 6 команда ҡатнашты һәм бөтәһенә лә был сара бик оҡшаны.
Бөрйән йәш яҡташтар берлегендә “Уңыш асҡысы» тип аталған бик матур, ҡыҙыҡлы проект булдырҙыҡ. Унда үҙебеҙҙең райондан сыҡҡан танылған йырсылар, шәхестәр менән осрашыуҙар үткәрәбеҙ. Тәүге осрашыу кисәһенә моңло тауышлы йырсы, Бөрйән һылыуы Зилә Усманованы һәм уның тормош иптәше Хәсән Усмановты саҡырҙыҡ. Улар үҙҙәре тураһында һөйләнеләр, сарала ҡатнашыусыларға дәртле йырҙарын бүләк итеп, йәштәргә файҙалы кәңәштәр бирҙеләр. Бындай осрашыуҙы тәүгә ойошторһаҡ та бик уңышлы килеп сыҡты.
Шулай уҡ төрлө сәнғәт төрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыусы “Майҙан” оҫталыҡ дәрестәре эшләп килә. Унда әле Бөрйән һылыуы, «Guzal Dance» халыҡ бейеүҙәре ансамбле хореографы Розалина Тулыбаева һәм «Аманат» халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Илфир Мухьяров башҡорт бейеүе буйынса йәштәргә оҫталыҡ дәрестәре бирә, - тип бәйән итте.
Бөрйән йәш яҡташтар берлеге менән берлектә районда ла спорт, мәҙәни, профилактик саралар, осрашыуҙар үткәрелә. Йәштәр бигерәк тә район хакимиәте башлығы менән үткәрелгән “Галстукһыҙ осрашыу”, “Самауырлы ритайым”ды көтөп алалар.
Районда әүҙем, тырыш йәштәр теркәлгән ике ирекмәндәр хәрәкәте бар. 2007 йылда барлыҡҡа килгән “Бергә” үҫмер-ирекмәндәр хәрәкәтендә - 328, «Беҙ бергә» ирекмәндәр хәрәкәтендә 769 йәш кеше. Ирекмәндәрҙең әүҙемлеге урман янғындары, ковид ауырыуы ваҡытында һәм айырыуса әлеге һынылыш осоронда асыҡ күренде.
Ирекмәнлекте популяр-лаштырыу һәм үҫтереү өсөн республикала бихисап саралар үтә. Башҡортостан буйынса барлығы 4717 ирекле ойошма һәм берләшмәгә 352,7 мең самаһы кеше йәлеп ителгән. Уҙған йылда Республика Башлығы Радий Хәбиров 32 ирекмәнгә «Башҡортостан Республикаһы Ирекмәне» почет билдәһен тапшырҙы.
Һуңғы йылдарҙа дәүләт тарафынан йәштәргә, уларҙың йәшәйешенә иғтибар бермә-бер артты. Файҙалы уй-маҡсаттарын тормошҡа ашырырға теләүсе йәш таланттар өсөн төрлө гранттар, конкурстар барлыҡҡа килде. Уҙған йылдың йомғаҡтары буйынса, республика йәштәре Бөтә Рәсәй конкурстарында ҡатнашып 85 миллион һумдан ашыу суммаға 119 грант отҡан.
Үҙ идеяларын тормошҡа ашырыу өсөн Бөрйән йәштәре лә мөмкинлектәрҙе ҡулланып ҡалыу өсөн грант конкурстарында үҙҙәрен һынап ҡарай - 2025 йылда “Росмолодежь. Гранты” конкурсында Сулпан Манапова, Нурсилә Маликова, Айгөл Ибраһимова ҡатнашһа, быйыл Әлфир Исҡужин заявка ебәргән. “Мәсем” клубы Тимченко фондының, Иҫке Собханғол, Ағиҙел ҡасабаһы мәктәптәре һәм Балалар ижады үҙәге Беренселәр хәрәкәтенең грант конкурсында ҡатнашҡан.
Әйткәндәй, 1991 йылда беҙҙә илдә тәүгеләрҙән булып йәштәр сәйәсәте тураһында закон ҡабул ителә һәм профилле орган барлыҡҡа килә. Быйыл иһә республика йәштәр сәйәсәте тармағына 35 йыл тулды. 2025 йылдан Республика башлығы Указы менән Дәүләт комитеты Башҡортостан Республикаһының йәштәр сәйәсәте министрлығына үҙгәрҙе һәм ошо уҡ йылда Йәштәр көнөндә (июндең һуңғы шәмбеһе) тармаҡтың һөнәри байрамын билдәләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.
Илдә иң йәш төбәктәрҙең береһе булып һаналған Башҡортостан йәштәр сәйәсәтен үҫтереү буйынса Рәсәйҙә 3-сө урынды биләй. Шулай уҡ Волга аръяғы округының йәмәғәт проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса беренсе урында тора.