Сәләмәт йәшәү рәүешенең бер өлөшө булараҡ балаларҙа музыкаға ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү бик мөһим. Был маҡсатҡа өлгәшеү мөмкинлектәренең береһе - кескәйҙәр менән музыка дәрестәрендә аралашыу. Сөнки баланы яҡшы музыкаға өйрәтһәң, ул сәләмәт, эмоциональ һәм психик яҡтан тотороҡло һәм тыныс кеше булып үҫәсәк.
Дәрестәрҙә музыка ҡулланыу монотония менән көрәшергә, арығанлыҡты еңергә ярҙам итә. Бигерәк тә еңел, ритмик музыка шөғөлләнеүселәрҙең эш һәләтенә ыңғай йоғонто яһай. Музыка аҫтында башҡарылған физик күнегеүҙәр сағыуыраҡ төҫ ала һәм һауыҡтырыу эффекты бирә.
Йырлау телмәр аппараты мускулдарын үҫтерә, хәтерҙе, иғтибарҙы яҡшырта, йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу һәм нервы системаларына яҡшы йоғонто яһай.
Музыка дәрестәрендә йырҙарҙы ятлағанда йыш ҡына ҡайһы бер балаларҙың айырым өндәрҙе дөрөҫ әйтмәүен күҙәтергә тура килә. Был телмәр аппараты мускулдарының тулы үҫешмәгәнлеген күрһәтә. Беҙ һәр балаға был ауырлыҡтарҙы артикуляцион гимнастиканың махсус күнегеүҙәре ярҙамында еңеп сығырға ярҙам итәбеҙ. Һөҙөмтәлә балаларҙың телмәр үҫеше, йыр оҫталығы күрһәткестәре арта, музыкаль хәтере һәм иғтибары яҡшыра. Артикуляцион гимнастика тағы ла һалҡын тейҙереп ауырығандан һуң файҙалы.
Үҫеп килгән организм өсөн бейеү ҙә бик файҙалы. Бейеүҙәр гиподинамия менән көрәшеүҙә яҡшы сара. Ул йөрәк-ҡан тамырҙары, тын алыу һәм нервы системаларына ыңғай йоғонто яһай, умыртҡа һөйәгенең һығылмалылығын һаҡларға мөмкинлек бирә, быуындарҙың хәрәкәтсәнлегенә булышлыҡ итә һәм сыҙамлыҡты үҫтерә. Шулай уҡ бейеү балаға кәүҙәне дөрөҫ тоторға, матур һәм еңел атларға өйрәтә. Уның ярҙамында баланың иғтибарын, ваҡыт һәм арауыҡта ориентирлашыуын, хәрәкәттәрҙең оҫталығын һәм координацияһын үҫтерергә мөмкин.
Дөйөмләштереп әйткәндә, музыка ҙур һауыҡтырыу әһәмиәтенә эйә. Бынан тыш, дәрестәрҙә үткәрелгән диагностика һәләтле балаларҙы асыҡларға һәм уларҙы төрлө сараларға, конкурстарға йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Минең тәрбиәләнеүселәрем баҡсалағы байрамдарҙа ғына түгел, район сараларында ла әүҙем ҡатнаша. Мин уларҙың балалар баҡсаһында йырлау, бейеү буйынса алған оҫталыҡтары, күнекмәләре киләсәк тормоштарында кәрәк булыр, тип ышанам.
Юлиә Ҡасҡынбаева,
Иҫке Собханғол 1-се һанлы балалар
баҡсаһының музыка етәксеһе.