Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
28 Сентябрь 2024, 14:45

Ғаилә һәм мәктәп берҙәм булһын

Район хакимиәте башлығының ҡарары нигеҙендә 23 сентябрҙән 30 сентябргә тиклем район мәктәптәрендә ата-әсәләр йыйылыштары үткәрелә. Тәүге йыйылыш Ырғыҙлы мәктәбендә үтте. 24 сентябрҙә Иҫке Монасип, Байназар мәктәптәрендә “Ғаилә һәм мәктәп - бер йүнәлештәге ҡараш” исеме аҫтында дөйөм ата-әсәләр йыйылышы уҙғарылды.

Ғаилә һәм мәктәп берҙәм булһын
Ғаилә һәм мәктәп берҙәм булһын

Унда район мәғариф бүлеге етәксеһе Илшат Сәйфитдинов, уның урынбаҫары Миңлегөл Ғәлиуллина, бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссия секретары Флүзә Ҡаһарманова, полицияның участка уполномоченныйҙары һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек начальнигы Рифат Ырыҫбаев, “Ғаилә” үҙәге психологы Мәҙинә Аратова, филиал етәкселәре, ата-әсәләр, мәктәп коллективы ҡатнашты.

Йыйылышта ата-әсәләр менән мәктәптең берлектәге эшмәкәрлеге, берҙәмлекте нығытыу хаҡында һүҙ барҙы. Белем һәм тәрбиә эшендә ғаиләнең роле, мөһимлеге, баланың уҡыуға ҡыҙыҡһыныуын арттырыу кәрәклеге һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

Шайморатовсылар класы быйыл Әбделмәмбәт мәктәбендә асылды. Әйткәндәй, улар ошо аҙнала Баймаҡ ҡалаһында Рәсәй Федерацияһы Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокка “Йәйге Шайморатов уйындары” спорт-патриотик уйындарының зона этабында 5-се кластар араһында еңеүсе булдылар.

Йыйылышта педагогик кластар булдырыу, кадрҙар етешмәүгә бәйле мәсьәләләр күтәрелде. Уҡыусыларҙы уҡытыусы һөнәренә әҙерләү, был изге һөнәрҙең мәртәбәһен күтәреү, ауыл мәктәптәрендә үҙ предметтарын яҡшы белгән педагогтар эшләргә тейешлеге телгә алынды. Мәғариф өлкәһендә талантлы педагогтарҙы күтәреү, уларҙың профессиональ үҫешен тәьмин итеүсе проекттар эшләп килә, гранттар бирелә. Былтыр 6 уҡытыусы 600 мең һумлыҡ грант алһа, быйыл 8 уҡытыусы грантҡа дәғүә итә.

Йыйылышта ҡатнашыусылар уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың һәм ата-әсәләрҙең аралашыуы өсөн Ватсап урынына хәүефһеҙ булған Сферум ҡушымтаһына күсеү тәртибе менән танышты. Сферумдың ВК Мессенджер профилендә чаттарҙа яҙышырға, мәғлүмәт каналдарын уҡырға, уҡыу буйынса аралашыу өсөн шылтыратырға, файлдар менән алмашырға, һорауламалар үткәрергә, видео һәм аудиохәбәрҙәр яҙҙырырға мөмкин. Унда реклама, спам һәм түләүле сервистар юҡ.

Рифат Рәфҡәт улы телефон аша мутлашыусыларҙан һаҡ булырға саҡырҙы, республика буйынса һәр тәүлек һайын уртаса 9 миллион (9 ай эсендә 3 млрд һум) аҡсаның бурҙар кеҫәһенә күсеп тороуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Уҡыусылар, студенттар йәлеп ителгән мутлашыусылар схемаһы менән таныштырҙы. Юл-транспорт ваҡиғаларына бәйле һандарға ла туҡталды. 8 ай эсендә аварияларҙа 242 кеше һәләк булған. Балалар ҡатнашлығында 55 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Ата-әсәләрҙең балаларына мотоциклдар һатып алыуҙары, уҡыусыларҙың хәүефһеҙ идара итеүҙәре һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан фажиғәләрҙән миҫалдар килтерҙе, юлдарҙа уяу булырға, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә өндәне, штрафтар, уларҙың күләмдәре хаҡында иҫкәртте.

Флүзә Рәис ҡыҙы бәлиғ булмағандар эше буйынса комиссияның эшмәкәрлеге, мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Бөгөнгө көнгә бөтәһе 107 протокол, шул иҫәптән Дәүләт автоинспекцияһынан 3 протокол теркәлгән. 16 йәштән өлкән балаларға ҡарата – 22 (119 800 һум штраф), 16 йәшкә тиклемгеләргә 39 протокол (145 500 һум штраф) төҙөлгән. Иҫәптә 29 ғаилә тора. Эскән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 81 баланың 4-әүһе мәктәпкәсә йәштә, 73-ө уҡыусы, 4-әүһе студент. Комиссия секретары әйтеүенсә, уларҙың ашарҙарына юҡ, өйҙәре һыуыҡ, бысраҡ, кейемдәре лә йүнле түгел. Көнөнә бер тапҡыр мәктәптә ашайҙар. Үткән аҙнала бер бала приютҡа алынған. Унан алда - 4 бала. Проблемалары булған балаларҙы күҙ уңында тоторға, улар менән аралашырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, сөнки суицид осраҡтары ла булған. Балаларҙы интернеттағы шикле төркөмдәрҙән һаҡлау, уҡыуҙан тыш түңәрәктәргә йөрөтөү, телефон менән дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү буйынса кәңәштәр бирҙе. Комендант сәғәте, йәмәғәт урындарында кальян һәм вейп тартҡан өсөн штраф янауы хаҡында иҫкәртте.

Мәҙинә Сәлихйән ҡыҙы ата-әсәләргә психологик кәңәштәр бирҙе, балаларҙың эмоциональ хәл-торошона һәр саҡ иғтибарлы булырға саҡырҙы. Уларға ауыр саҡтарында ярҙам итеү һәм башҡа тәрбиә ысулдары менән бүлеште. 

Артабан дәүләт имтихандары буйынса уҡытыусыларҙың, ата-әсәләрҙең фекерҙәре тыңланды, имтихандарҙы, профессияны дөрөҫ һайлау буйынса тәҡдимдәр әйтелде, кәңәштәр бирелде.

Автор: Альфина Юлчурина
Читайте нас