27 сентябрь - Тәрбиәселәр көнө
Айгөл Әбүкарам ҡыҙы Нәби ауылында тыуып-үҫкән. Һайлаған һөнәрен, эшен яратһа ла, үҫмер сағында бөтөнләй икенсе профессия менән ҡыҙыҡһына – 8-се класта Стәрлетамаҡ ҡалаһына барғанында троллейбус йөрөткән ҡатын-ҡыҙҙы күреп, троллейбус йөрөтөүсе булырға хыяллана. Ғүмер буйы бухгалтер булып эшләгән атаһы ҡыҙын иҡтисадсы итеп күргеһе килә. Әммә әсәһенең, тәрбиәсе бул, исмаһам, йылыла эшләрһең, тигән һүҙе хәл иткес була.
Мәктәпте тамамлағас, Белорет педагогия училищеһында тәрбиәсе һөнәренә уҡып сыға. 1990 йылда хеҙмәт юлын тыуған ауылындағы балалар баҡсаһында башлай. Йәш белгесте бер айҙан Килдеғол ауылына күсерәләр. Ул ваҡытта яңы ғына төҙөлгән баҡса асылмаған була. Август айынан февралгә тиклем бинаны балаларҙы ҡабул итеүгә әҙерләйҙәр. 39 бала менән 1 төркөм асып, эшләп алып китәләр. Ошо ауылда буласаҡ тормош иптәшен дә осратып, яҙмышын Килдеғол менән бәйләй. Төрлө йылдарҙа тәрбиәсе лә, балалар баҡсаһы мөдире лә булып эшләргә тура килә уға.
-Балалар һаны 56-ға артҡас, 2011 йылда ике төркөм булдырылды. Тик балалар йылдан-йыл кәмеп, 2019 йылда кире 1 төркөмгә ҡалдыҡ. Әлеге ваҡытта баҡсаға 11 бала йөрөй. Бөтәһе 5 хеҙмәткәр эшләй. 2020 йылда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһында ҡатнашып, балалар баҡсаһына 700 мең һумға ремонт эшләттек. Иҙәндәрҙе йылыттыҡ, ҡыйығын, йылытыу ҡаҙандарын алыштырҙыҡ. Үҙебеҙҙең көс менән 16 тәҙрәнең 9-ын евроға алмаштырып ҡуйҙыҡ, һыу ҡаҙҙыртып, бина эсенә һыу үткәрҙек. Йәшелсәбеҙ йыл да уңа торғайны, быйыл яуындар арҡаһында бер нәмәбеҙ ҙә булманы. Хеҙмәткәрҙәребеҙ тырыш, бер-беребеҙ менән килешеп, аңлашып эшләйбеҙ. Тәрбиәсе Гөлсинә Көмөшбаева балалар менән ихлас эшләй. Балаларҙы һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырып, урындар алып торабыҙ. Район күләмендә уҙғарылған “Өмөтлө киләсәк”, һүрәт, ҡул эштәре конкурстарында еңеүҙәребеҙ бихисап.
Һәр ата-әсә, балаһын балалар баҡсаһына биргәндә, уны рәнйетмәүҙәрен, яратыуҙарын һәм хәстәрләүҙәрен, тәрбиәсенең игелекле, наҙлы, аҡыллы һәм яуаплы булыуын теләй. Уларҙың ошо өмөтөн аҡлап, иң тәү сиратта балаларҙың имен йөрөүен, матур итеп ашап, уйнап, ҡәнәғәт булып ҡайтыуын хәстәрләргә тырышабыҙ. Тырышлығыбыҙ юҡҡа түгел - балалар бик теләп йөрөй. Араларында ҡайтҡылары килмәй илағандары ла бар. Балаларҙың телмәрен үҫтереү, һаулығын нығытыу, зиһенен байытыу һәм башҡа йүнәлештәр буйынса эштәр даими алып барыла. Тәрбиә йоҡонан тороп кейенгәндә лә, саф һауала йөрөгәндә лә, йыуынғанда ла бергә бара. Ҡатнаш төркөм булғас, балаларҙың йәше төрлөсә. Иң бәләкәсебеҙгә 1 йәш.
Уларҙың һәр береһенә айырым ҡараш кәрәк. Бала ни тиклем баҡсаға иртә йөрөй башлаһа, үҙаллылыҡҡа шул тиклем тиҙерәк өйрәнә. Былтыр мәктәпкә 4 баланы оҙатҡайныҡ, быйыл бер бала әҙерләнә.
Тәрбиәсенең эше еңелдән түгел. Әммә эшемде бик яратам. Төшкә тиклем мөдир булараҡ эштәр башҡарам, балалар йоҡонан торғас, төп тәрбиәсене алмаштырам, - ти Айгөл Әбүкарам ҡыҙы.
Ғаиләһендә лә уңған хужабикә, хәстәрлекле әсәй ул. Тормош иптәше Фәиз менән 3 бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Әлфиә Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, 2 бала әсәһе, иҡтисадсы һөнәрен алған. Зөлфиә Өфөлә акушерка булып эшләй. Улдары Юлдаш өйләнгән, ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, иретеп йәбештереүсе булып эшләй.
-Барлыҡ тәрбиәселәрҙе һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Имен-һау, бәлә-ҡазаһыҙ эшләргә яҙһын, түҙемлек теләйем, - тине Айгөл Әбүкарам ҡыҙы.