Аллаһы Тәғәлә "Фәтыр" сүрәһенең 10 аятында әйтә:
"Үҙенә абруй-дәрәжә яуларға теләгән кеше белһен: абруй һәм дәрәжә Аллаһ хозурында"
Абруй ниндәй булырға тейеш, башҡаһының ҡулынан бирелеп, башҡаһының ҡулынан алынған, абруй абруй түгел. Бөгөн бар иртәгә юҡ булыуынан ҡурҡылған дәрәжә дәрәжә түгел. Тормошта иң ҡурҡҡан кешеләр байҙар. Бер бай һөйләй һәр кис аҡсамды һанап, рәхәт йоҡлай алманым. Эшселәремдән шикләнәм, иң ышаныслы кешемдең миңә хыянат итеүенән ҡурҡам. Кешеләр мине бәхетле тип һанай. Әммә минең эсемдә ел-дауыл, янғын. Эйе, ҡайғыһы донъя булғандың донъя ҡәҙәр ҡайғыһы булыр, тигәндәр. Донъяны кеҫәгә тығырҙай булалар. Кеҫәгә аҡса инеп ятһа ла, күңелгә ятмаһын. Аҡсаның урыны кеҫәлә, күңелдә түгел.
Бер ваҡыт бер кеше пәйғәмбәргә (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) килеп:
- Эй, Аллаһ Илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм), Аллаһы Тәғәлә һәм кешеләр мине яратһын өсөн, ниндәй ғәмәл ҡылайым, - тип һорай. Аллаһ илсеһе (саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләм) :
- Донъялыҡҡа ынтылма, Аллаһ һине яратһын, кеше малына баҡма, кешеләр һине яратһын, - тине ул. (ИМ4102 Ибн Мәжә, Зөһд, 1)
Бер остаз үҙенең шәкертен уҡытып сығара ла, уны башҡаларҙы етештерер өсөн ебәргәндә, һорай “Улым, беҙҙән берәй теләгең, доғаң бармы, һинең һымаҡ шәкерткә доға ҡабул була торған?” Шәкерте әйтә: “Раббым миңә динем өсөн донъялыҡ насип итһен!", - тип доға ҡылыуын һорай. Аллаһы Тәғәлә беҙгә ахирәттә йөҙөбөҙҙө ҡарайтмаған, Хоҙай менән арабыҙға пәрҙә, диуар булмаған донъялыҡ насип итһен.
(Һүрәттә Ҡазан ҡалаһында урынлашҡан Әзим мәсете, А.Буранғолов фотоһы)