Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
8 Август , 17:00

“Әкиәт” телде үҫтерә

2018 йылда Башҡортостан Башлығы Указы менән Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды булдырылғайны. Һанаулы йылдар эсендә ойошма тарафынан үҙ йүнәлешендә бихисап эштәр башҡарылды. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр араһында үткәрелгән конкурс шул эштәрҙең берәүһе генә.

“Әкиәт” телде үҫтерә
“Әкиәт” телде үҫтерә

2023 йылда ошо конкурсҡа Әбделмәмбәт мәктәбе директоры Инсур Үтәбаев үҙ проектын тәҡдим итте һәм райондашыбыҙҙың “Әкиәт” исемле тауышлы пазл проекты Грант конкурсының еңеүселәре иҫәбендә булды. Әйтергә кәрәк, 87 проект араһынан тик 11-е генә грант ярҙамына лайыҡлы тип табылды.

Грант мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында педагогтар һәм балаларға ҡулланыу өсөн тәғәйенләнгән балалар өсөн тауыш пазлдарын эшләүгә йүнәлтелде. Эшләү принцибы һәм башҡа пазлдарҙан айырмаһы шунда: бала пазлдарҙы дөрөҫ йыйғандан һуң, ул аудиоколонкаға пазлдың һуңғы киҫәген ҡушып, был әкиәтте башҡорт телендә тыңлай ала.

-Әгәр ҙә беҙ туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалырға теләйбеҙ икән, мәктәп һәм әҙәби китаптар ғына ярҙам итмәйәсәк. Заман менән бергә атларға кәрәк икәнен яҡшы аңлайбыҙ. Сөнки балаларҙың ҡулдарынан кескәй саҡтарынан уҡ гаджеттар төшмәй, шуға ла улар туған телдә аралашмайҙар тиерлек. Ауылдағы балалар баҡсаһында үткәрелгән һорауламала был бик асыҡ күренә. Башҡорт ауылында хәлдең шулай булыуы бик аяныслы. Уйланырға урын бар.

Беҙҙең проект мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәғәйенләнгән. 

Проект өсөн балалар баҡсаһында һораулама үткәреп, 5 әкиәт һайлап алдыҡ. Пазлды төҙөү менән мәктәптең  лазер-гравировка оҫтаханаһы булышты. Аудиоколонканы эшләүгә робототехника студияһы тотондо. Уҡыусы ҡыҙҙар әкиәттәрҙе тасуири уҡып яҙҙырҙылар, - ти проекттың авторы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, Бөрйән районы Әбделмәмбәт ауылы мәктәбе директоры, информатика уҡытыусыһы Инсур Үтәбаев.

Грант ярҙамында проекттың мөкинлектәре бермә-бер артҡан. Балалар өсөн 16 комплект “Әкиәт” тауышлы пазл эшләнгән. Балалар был уйынсыҡтан бик ҡәнәғәт һәм шат. Ҡыҙыҡлы уйынсыҡ ярҙамында балалар ҡулдарҙың ваҡ моторикаһын яҡшырта, шулай уҡ логик һәм арауыҡ фекерләүен үҫтерә.

«Һуңғы йылдарҙа беҙ әҙерләгән проекттар  «осош» кисерҙе. Улар һәйбәт темптар менән тормошҡа ашырыла һәм халыҡ араһында ҙур һорау менән ҡуллана. Хәҙер ниндәйҙер яңы нәмә уйлап сығарырға тейешле ваҡытҡа еттек», - тигәйне үҙ сығышында Радий Хәбиров.

Райондашыбыҙҙың башҡорт телен үҫтереү йәһәтенән тормошҡа ашырған заманса проекты ла балалар араһында киң ҡулланыш тапҡан. “Әкиәт” пазлы саф башҡорт телендәге әкиәттәре менән әллә нисә кесе быуындың туған телебеҙҙе өйрәнеүенә булышлыҡ итәсәк әле.

“Әкиәт” телде үҫтерә
“Әкиәт” телде үҫтерә
“Әкиәт” телде үҫтерә
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: