Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
1 Август , 15:00

“Әлләсе” уйынын уйнағанығыҙ бармы?

Бик күңелле һәм фәһемле уйын. Уның йәш сикләүҙәре юҡ. Өлкәндәр ҙә, уҡыусы балалар ҙа бик теләп уйнай.  

“Әлләсе” уйынын уйнағанығыҙ бармы?
“Әлләсе” уйынын уйнағанығыҙ бармы?

«Әлләсе» уйыны мәктәптә дәрестәрҙә, мәҙәниәт йорттарында, йәштәр өсөн үткәрелгән сараларҙа бик әүҙем ҡулланыла. Ул ҡатнашыусыларҙа тапҡырлыҡ һәм сослоҡ тәрбиәләй, һүҙлек запасын тулыландырырға һәм телмәрҙе байытырға ярҙам итә.

Был уйын Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фондының Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында тормошҡа ашырған проекттарының береһе.

  • Беҙҙең районда ла “Әлләсе” уйыны билдәлелек яуланы. Ауыл мәҙәниәт йорттарында ял сараларында ололар менән дә, балалар менән дә үткәрелә. Район мәҙәниәт һарайында ойошмалар, ғаиләләр командалары араһында уҙа был уйын. “Әлләсе” уйыны башҡорт телен белеүҙе яҡшыртыуға йүнәлтелгән. Көнкүреш әйберҙәренең, ер-һыу атамаларының, билдәле шәхестәрҙең, милли кейемдәрҙең йәки төрлө өлкәгә ҡағылған һүҙҙәрҙең исемдәрен, атамаларын яҡшыраҡ белеү йәһәтенән бик отошло, - тип билдәләне район мәҙәниәт бүлеге начальнигы К. Теләүбаева.

Уйындың ҡағиҙәләре ябай ғына. Ике команда ҡатнаша. Ҡағыҙҙа яҙылған һүҙҙәрҙе башҡа һүҙҙәр менән аңлатыу кәрәк. Тамырҙаш һүҙҙәр ҡулланыу тыйыла, һәр отҡан һүҙ өсөн уйын таҡтаһындағы фишка алға китә, уйын яланының аҙағына тиклем иң беренсе барып етергә кәрәк.

2023 йылдың сентябрь айында һәр кемгә телде үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерергә мөмкинлек булды – проект идеяһын тәҡдим итеп, уны бойомға ашырыуға финанс ярҙамы алырға мөмкин ине. Бөгөнгө көндә 10 еңеүсенең проекты бойомға ашырылған. Улар араһында урам акциялары, балалар өсөн саралар, башҡорт телен популярлаштырыу буйынса интернетта сифатлы контент бар.

Һуңғы йылдарҙа башҡорт теленә иғтибар артты. Республика башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының V съезында былай тигәйне: “Беҙ башҡорт теленә, уны һаҡлауға һәм үҫтереүгә күп иғтибар бүләбеҙ. Был эштә тел мәсьәләләренә битараф булмаған яҡташтарыбыҙҙың ҡатнашыуы ҡыуандыра. Туған телдә рәхәтләнеп һөйләшкән, уны яратҡан һәм шул һөйөүҙе башҡаларға ла еткерергә ынтылған әүҙем кешеләргә ярҙам итергә булдыҡ”.

Башҡорт телен үҫтереү фонды Башҡортостан Башлығы гранты ярҙамында балалар өсөн тағы ла бер нисә уйын ҡушымтаһы уйлап сығарған. Белеүебеҙсә, смартфон, планшеттар һәр балала бар, һәм улар уның менән оҫта эш итә. Шуға ла белем биреүҙә мобиль саралар ҡулланыу көндән-көн киңерәк ҡолас ала бара, уҡыусыларға үҙ аллы эшләргә, һәләттәрен үҫтерергә яңы юлдар асыла. Бөгөнгө портатив электрон сараларҙың техник мөмкинлектәре сикһеҙ, ә аndroid и ios системаларына яраҡлаштырылған башҡорт телендә йәки башҡорт теленә ҡағылышлы мобиль ҡулланмаларҙың булыуы – шатлыҡлы күренеш. Смартфон, айфондарҙан айырылмай ғына телде өйрәнеү өсөн иң популяр һәм эффектлылары тип “IQБалаБаш”, “Әлләсе” “Хәйләкәр төлкө”, “Сәләм”, “Башҡортса һүҙлек” ҡулланмаларын атарға була.

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, смартфондар өсөн ҡушымталар эшкәртеүсе белгестәр Ҡаҙағстан Республикаһынан эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Алмас Топеев менән берлектә аndroid һәм ios өсөн “IQБалаБаш” ҡулланмаһының башҡортса вариантын булдырыуға иреште. Уның тәүге версияһы А.Топеев авторлығында ҡаҙаҡ телендә “IQ Bala” уйыны булараҡ барлыҡҡа килә.

“IQБалаБаш” мобиль ҡушымтаһы аша бәләкәстәр тирә-яҡ мөхитте уйын формаһында өйрәнә ала. Ул сағыу һүрәттәр, анимациялар менән биҙәлгән һәм логиканы, хәтерҙе, фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйынсыҡтар менән байытылған. Шулай уҡ унда һүҙҙәрҙең башҡорт­са дөрөҫ әйтелешен өйрәнеү мөмкинлеге бар. Балаларға “Һүрәттәрҙе йый”, “Төҫ­тәр”, “Парҙарын тап”, “Йондоҙҙарҙы тоташтыр” уйындары бик оҡшай. Ошо биремдәр аша улар үҙҙәренең теманы үҙләштереү кимәлен дә баһалай ала. Был ҡушымта ярҙамында ата-әсәләр ҙә, балалар баҡсаһы тәрбиәселәре лә, башҡорт теле уҡытыусылары ла телде өйрәнеүҙе еңел һәм мауыҡтырғыс итеп ойоштора ала.

“Хәйләкәр төлкө” исемле башҡорт халыҡ әкиәтенә нигеҙләнеп эшләнгән мобиль ҡушымта ла бик үҙенсәлекле. Беҙ хәҙер бер үк ваҡытта әкиәтте тыңлайбыҙ, уның буйынса йәнһүрәт ҡарайбыҙ, мобиль ҡушымталағы интерактив инструменттар ярҙамында уйындар уйнай алабыҙ. Был ҡушымтаны телефондан айырылырға яратмаған бәләкәстәр ҙә, уҡыусылар ҙа бик яратып ҡабул итте. Бигерәк тә балаларға ошо ҡулланмала өйгә эш башҡарыу оҡшай. Бының өсөн мобиль ҡушымтаны ios йәки аndroid операцион системалы ҡоролмаға күсереп алырға ғына кәрәк.

“Сәләм” мобиль ҡушымтаһы шулай уҡ аndroid һәм ios операцион системалар өсөн эшләнгән. Ул быйылғы дистанцион уҡытыуҙа алыштырғыһыҙ ярҙамсыбыҙ булды. Бында, башҡорт теле хәрефтәрен яҙырға өйрәтеүҙән алып, телдең үҙенсәлек­ле өндәрен тейешле дәрәжәлә ҡуйырлыҡ тренажерҙар ярҙамға килде. Ә бына дөйөм фразалар бүлегендә кәрәкле теманы һайлап алырға була. Һәр береһенең тауышландырыу функцияһы бар. Улар башҡорт­са телмәрҙе дөрөҫ ишетеп, матур итеп һөйләшеп өйрәнеү мөмкинлеге бирә. Шулай уҡ халҡыбыҙҙың алтын мираҫы – мәҡәл-әйтемдәребеҙ рус телендәге эквиваленттары менән бирелгән. Башҡортса-русса, русса-башҡортса һүҙлеге булыу ҡушымтаны тағы ла әһәмиәтлерәк итә. Ҡулланмаға барлығы 15 мең һүҙ индерелгән, 40-ҡа яҡын тема бирелгән.

“Сәләм” мобиль ҡушымтаһын, теманың үҙенсәлегенә ҡарап, дәрестең төрлө этаптарында ҡулланырға мөмкин. Ҡыҙыҡлы һәм эффектив биремдәр балаларға белем алырға этәргес бирә, уларҙың әүҙемлеген көсәйтә. Ҡушымтаның оффлайн-режимда эшләй алыуы интернеты булмаған ҡулланыусылар өсөн уңайлы.

 

Автор:
Читайте нас: