-Бөгөн "Ағиҙел" лагерында ял итеүсе балалар менән осрашып аралашыу күңелдә тик ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Балалар йыр-бейеүгә оҫталыҡтарын күрһәтте, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы биреп әңгәмәне йәнләндерҙе. Уларҙың ихласлығы беҙгә лә күсеп, осрашыу бик матур, йәнле үтте.
Районыбыҙҙа шулай балаларға йәйге ялды ойоштороу мөмкинселеге булыуы үҙе бер ҡыуаныс. Башҡа райондарҙан да килеп ял итеүселәр бар. Лагерҙа әле икенсе смена эшләй. Лагерь тормошон, тәрбиәсе апай-ағайҙарын балалар бик оҡшата.
Форсаттан файҙаланып, лагерҙа йәйге ялды яҡшы кимәлдә үткәреүгә күп көс һалған, һәр нәмәгә яуаплы ҡараған Розалия Зәйнәғәле ҡыҙына, Сәйҙә Ғәбдинур ҡыҙына һәм барлыҡ лагер хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтемде еткерәм. Йәйге ялдар артабан да күңелле, файҙалы һәм хәүефһеҙ үтһен! – тип тәьҫораттары менән бүлешә социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район етәксеһе.