Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Февраль , 12:15

Бөрйән ҡыҙҙары ла ҡатнашты

Кисә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" республика профессиональ конкурсы һәм уның сиктәрендә уҙғарылған "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" конкурсының еңеүселәрен бүләкләү һәм конкурстарҙы тантаналы йомғаҡлау сараһы үтте.

Бөрйән ҡыҙҙары ла ҡатнашты
Бөрйән ҡыҙҙары ла ҡатнашты

Был конкурстарҙа барлығы 95 педагог ҡатнашты.
Һөҙөмтәлә "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһының йыл педагогы" тип Өфө ҡалаһының 281-се балалар баҡсаһының музыкаль етәксеһе Ҡораева Гөлназ Әнүәр ҡыҙы, "Башҡортостан Республикаһы мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы" тип Өфө ҡалаһының башҡорт балалар баҡсаһының тәрбиәсеһе Ишдәүләтова Әлиә Риаз ҡыҙы еңеүсе исеменә лайыҡ булды!
Ә беҙҙең Бөрйән районынан ҡатнашыусылар Абдуллина Гүзәл Фәхретдин ҡыҙы һәм Гайнуллина Гөлгөнә Әхтәм ҡыҙы улар ҡатнашыусы дипломы алып ҡайттылар. Абдуллина Гүзәл Фәхретдин ҡыҙы бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) йәмәғәт берекмәләренең халыҡ ара берлегенең һәм «Шүлгәнташ» тарихи-мәҙәни музей комплексының рәхмәт хаты менән бүләкләнде.

Мәғариф бүлеге төркөмөнөң мәғлүмәте һәм фотолары файҙаланылды.

Бөрйән ҡыҙҙары ла ҡатнашты
Бөрйән ҡыҙҙары ла ҡатнашты
Бөрйән ҡыҙҙары ла ҡатнашты
Автор:
Читайте нас: