Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
19 Октябрь 2023, 15:30

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә

Ҡолғана ауыл мәҙәниәт йортонда үткән Икмәк байрамында Розалия Бәшир ҡыҙы Яҡупова үҙенең ҡомалаҡ ҡайнатыу, ҡомалаҡ әсеткеһенән әсе икмәк бешереү серҙәре менән бүлеште.

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә

Ҡолғана ауыл мәҙәниәте йортонда Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары һәм Икмәк көндәренә бағышланған матур сара үтте. Сәхнәнән ауыл ҡатындарына бағышланған йырҙар, шиғырҙар яңғыраны. Беҙҙең ауылдың ҡатын - ҡыҙҙары ҡомалаҡ сүпрәһе менән икмәк бешереүгә өҫтөнлөк бирә һәм һәр кемдең үҙенә генә хас булған серҙәре, нескәлектәре бар.

Икмәк байрамында Розалия Бәшир ҡыҙы үҙенең ҡомалаҡ ҡайнатыу, ҡомалаҡ әсеткеһенән әсе икмәк бешереү серҙәре менән бүлеште.
Китапханасы Гөлсәсәк Ғәзиз ҡыҙы пакмайҙың зарары тураһында һөйләп үтте.
- Уның файҙаһы шунда ғына, тиҙ әсей һәм ҡабарып бешә, - тине ул. Һәм ул һөйләп үткән "Ҡара икмәк" шиғыры ла бөгөнгө көн өсөн бик яраҡлы һәм кәрәкле ине.
Һәр кем үҙенең бешереп алып килгән икмәге менән таныштырҙы.
Икенсе өлөштә Ғәлиә Ҡаһир ҡыҙы, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ике командаға бүлеп, КВН үткәрҙе. Ярыш ихлас, сәмле барҙы, - тип хәбәр итәләр Ҡолғана ауыл китапханаһы төркөмөндә.

(Мәғлүмәт һәм фотолар Ҡолғана ауыл китапханаһы трөкмөнән).

Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә
Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары икмәкте үҙҙәре бешерә
Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне.
Читайте нас: