17 майҙа Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбендә ағымдағы уҡыу йылында уҡыуҙа тик “5”-ле билдәләренә генә өлгәшеүсе алдынғы уҡыусыларҙың слеты булып үтте. Унда данлы Байназар мәктәбенең һәм уның Мәһәҙей, Яуымбай, Мораҙым, Һарғая, Ҡурғашлы филиалдарының бөркөттәй аҫыл малайҙары, еләктәй матур ҡыҙҙары – киләсәктә ил хәстәрлеген үҙ иңенә һалырҙай 53 иң белемле уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылары, класс етәкселәре, Байназар мәктәбе директоры Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев, Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатов, район мәғариф бүлегенең методик кабинет етәксеһе Илүзә Зиннур ҡыҙы Ырыҫбаева, Бөрйән районы хакимиәте башлығының иҡтисад, ағас эшкәртеү һәм туризм буйынса урынбаҫары, мәктәбебеҙҙең элекке алдынғы уҡыусыһы, әле лә уҡыған мәктәбе менән тығыҙ бәйләнештә булған, уның хәстәре менән яныусы Артур Азамат улы Ғәлин ҡатнашты.
Һәр баланың күңелендә сағыу, матур хәтирәләр ҡалдырыр мәртәбәле сараны Байназар мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының Почетлы мәғариф хеҙмәткәре, ошо сараға нигеҙ һалыусы – “Алдынғылар слеты” мөһим проектының авторы Йәмил Ишбулды улы Ҡотлобаев асҡандан һуң, сәхнә түренә мәктәптең “Любизар” хәрби – патриотик клубында шөғөлләнеүсе уҡыусы – һалдаттарыбыҙ сараны, илһөйәрлек рухы менән һуғарып, берҙәм сафҡа теҙелеп баҫып , Рәсәй ФедерациЯһының , Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын индергәндән һуң, барлыҡ ҡатнашыусылар аяғүрә баҫып, Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостан Республикаһының гимндарын тыңланы.
Слеттың иң башында сәхнә түрендә Йәмил Ишбулды улы ғаиләләрендә ике отличник уҡыусы тәрбиәләп үҫтереүсе ата- әсәләрҙе тәбрикләп, иң изге теләктәрен еткерҙе һәм уҡыусыларға махсус бүләк, маҡтау ҡағыҙы, ата- әсәләргә Рәхмәт Хаттары тапшырҙы. Шунан һуң мәктәптең башланғыс класс уҡыусыларын Илүзә Зиннур ҡыҙы ҡотлап, уҡыусыларҙы, ата-әсәләрҙе шундай уҡ йөкмәткеле маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләне.
Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Зиннур улы Салауатовтың ҡатнашыуы был сараға мәртәбә өҫтәне. Ул уҡыусыларҙы һәр ваҡыт тырыш булырға, ата-әсәйҙәрен, тыуған мәктәбен, тыуған төбәген данлап йәшәргә саҡырҙы һәм уртансы баҫҡыс уҡыусыларына, ата-әсәләренә маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт Хаттары тапшырып, бүләктәр бирҙе.
Һәр мәктәп үҙенең элекке уҡыусылары менән данлы, тиҙәр. Эйе, был бик тә хаҡ һүҙҙәр. Иң алдынғы уҡыусылар слетына ҡотларға килгән район хакимиәте башлығы урынбаҫары, мәктәбебеҙҙең элекке сығарылыш уҡыусыһы, мәктәбебеҙ ғорурлығы Артур Азамат улы Галинға мәктәп етәксеһе Йәмил Ишбулды улы мәктәп менән тығыҙ бәйләнеше, даими хәстәрлеге өсөн Рәхмәт Хаты тапшырғандан һуң, өлкән кластарҙың алдынғыларын, ата-әсәләрен тәбрикләү тап ихтирамлы ҡунағыбыҙҙың үҙенә тапшырылды.
Артабан ата- әсәләр исеменән Фирүзә Фәрит ҡыҙы Кинйәбулатова сараны юғары кимәлдә ойошторғандары өсөн Йәмил Ишбулды улына, педагогик коллективҡа рәхмәт һүҙен еткерҙе. Ул үҙ сығышында слетта ҡатнашыусы уҡыусыларҙы ихлас ҡотлап, артабан да ныҡышмалы, эшһөйәр, алдынғы булырға өндәне, бөтә уңыштарҙың да нигеҙе тырышлыҡта икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ысынлап та, мәктәп уҡыусыларының уҡыуҙа ла, фәнни эштәрҙә лә, сәнғәттә лә, спортта ла, хеҙмәттә лә һынатмауҙары шатландыра.
Ошондай шәп мәктәптә үткән байрамдың шәптән дә шәп уҡыусыларын ҡотлау сағыу концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Бейеү серҙәренә һөйөү хисе уятыусы, хореограф Зилә Йәнғәле ҡыҙы Исмаҡова етәкселегендәге бейеүселәр ансамбле сығыштары сараға йәм өҫтәне. Ансамблдә йырлаусы уҡыусы ҡыҙҙарҙың, малайҙарҙың моңло тауыштары ла күңелдәргә үтеп инде. Һәр номерҙы слетта ҡатнашыусылар яратып ҡабул итте.
«Белеме бар меңде йығыр», ти халыҡ мәҡәле. Тормошҡа етди ҡараған, төплө белемгә эйә булырға ынтылған уҡыусыларыбыҙҙың күплеге барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы. Уҡыусыларҙы яңынан-яңы ҡаҙаныштарға илтеүсе остаздарға ауыр, ләкин маҡтаулы эштәрендә уңыштар теләге килә. Сара һуңында фотоға төшөү ойошторолдо.
Алдынғы уҡыусылрҙың ата -әсәләре мәғариф системаһын үҫтереүгә, мәктәптәрҙең матди-техник базаһын нығытыуға, һәләтле балалар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлгәне өсөн республика Хөкүмәтенә, район Хакимиәтенә, район мәғариф идаралығына, Байназар мәктәбе етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, ҡыуанышып таралышты.
Был сағыу сара уҡыусылар күңелендә оҙаҡҡа иҫтә ҡалыр, киләсәктә ҡыйыу аҙымдар яһарға, оло ҡаҙаныштар яулауға этәргес бирер, тигән теләктә ҡалабыҙ. Уҡыусыларыбыҙға был слет уҡыу йылын тағы ла юғары үрҙәр менән тамамларға этәргес булырына, имтихандарҙа яҡшы билдәләргә өлгәшергә әйҙәүенә ышаныс бик ҙур. Әле мәктәптең йөҙөк ҡашы булған уҡыусылар киләсәктә халҡыбыҙҙың ғорурлығына әүерелеп, арҙаҡлы шәхестәр сафына баҫыр, Ил-йортобоҙҙоң ҙур биҙәге - илһөйәрҙәр булырҙарына ышаныс ҙур.
Белеме бар айға осор.