Сағыу, матур, ҙур мәғәнә һалынған был байрамда ата-әсәләр ҙә ҡатнашты. Төркөм тәрбиәсеһе Зөһрә Ишдәүләтова сараны асып, уның маҡсаты, әһәмиәте тураһында һөйләне, балаларҙы йоланың тарихы менән таныштырҙы.
- Ҡатыҡ (ойотҡан) - башҡорт халҡының төп һөт ризыҡтарының береһе. Башҡорт халҡында әүәле бер-береңде ҡатыҡ менән һыйлау, тәмләтеү, күршенән ойотҡо алып тороу йолаһы булған. Был байрам яландар сәскәгә күмелеп, һыйырҙарҙың һөтө тәмләнгәс уҙғарылған. Ҡатыҡ тәмләшеү – бер урам ҡыҙҙарының байрамы. Улар яланға сығып, өйҙәренән килтерелгән ҡатыҡ менән бер-береһен һыйлаған, төрлө уйындар уйнап, йырлап-бейеп күңел асҡан. Тағы ла үләндәр йәшәргән мәлдә «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Һабантуй» тигән байрамдар үткәрелгән, - тине ул.
Байрамға сағыу милли кейемдәрҙә килгән кескәйҙәр баҡсаның психологы - өләсәй ролендәге апайҙары Гөлгөнә Ғәйнуллина менән «Ҡатыҡ тәмләү» йолаһынан күренеш сәхнәләштерҙе. Ҡыҙҙар өләсәйҙең күнәгенән ҡатыҡ алып, урманға сыҡтылар. Уларға малайҙар ҙа эйәреп, бергә таҡмаҡтар әйтештеләр, өләсәйҙең һамаҡтарын тыңланылар, «Шатлыҡ», «Шәл бәйләнем» бейеүҙәрен бейеп, «Йәшерәм яулыҡ» уйнап, ат сабыштырып, ҡалаҡ менән йомортҡа ташыу буйынса ярышып күңел астылар. Сығыштарын бәләкәстәр «Ватаным» йыры менән тамамаланы.
Артабан балалар байрамдың иң тәмле өлөшө – ҡатыҡ тәмләү өсөн боронғоса иҙәнгә түшәлгән ашъяулыҡ янына йыйылдылар. Кем уҙарҙан ағас ҡалаҡтар менән ағас һауыттарҙан ҡатыҡтың әсеһен дә, еләк-емеш ҡушылған татлыһын да эсеп ҡаранылар. Ҡатыҡ эсмәгән балалар ҙа был файҙалы ризыҡты тәмләп, бик оҡшатты. Кескәйҙәр әсәйҙәре әҙерләп килтергән талҡан, ҡоймаҡ, ҡыҙыл эремсек, сәк-сәк, бауырһаҡ һәм бәлештәр менән дә һыйланды.
Фольклор байрамы балаларға бик оҡшаны. Был көн күңелдәрендә оҙаҡ һаҡланыр, халыҡ ижадына, йолаларына ҡыҙыҡһыныуҙары тағы ла көсәйер, тигән теләктә тәрбиәселәр.
- Тәрбиәүи программаға федераль дәүләт белем биреү стандарттары килеп кергәс халыҡ педагогикаһы бер аҙ онотолғандай булды. Балалар ҙа күберәк рус телендә аралаша башланы. Шуға күрә туған телгә һөйөү уятыуҙы, балаларҙы милли рухта тәрбиәләүҙе үҙебеҙгә маҡсат итеп алдыҡ. Башҡортса һөйләшергә өйрәтеп кенә илһөйәрлек тойғоларын үҫтереп булмай. Был осраҡта халыҡ йолалары, байрамдары, уйындары ярҙамға килә. Йыл да бер фольклор байрамын ошолай сағыу, балаларҙың күңелендә ҡалырлыҡ итеп үткәрергә тырышабыҙ. Әлбиттә, Тыуған яҡ, туған тел, туған тәбиғәтебеҙ, халҡыбыҙ тарихы, шәхестәре, милли кейемдәр, аш-һыу, йырҙар, бейеүҙәр, уйындар, әкиәттәр, ғөрөф-ғәҙәттәр һәм башҡалар тураһында балалар менән көндәлек эш алып барыла. Был юҫыҡта ата-әсәләр менән бер маҡсатта эшләү тағы ла ҙурыраҡ һөҙөмтә бирәсәк, - тине тәрбиәсе З. Ишдәүләтова.
Һәр байрамды үҙенсәлекле, мәғәнәле итеп, ҡабатланмаҫ музыкаль номерҙар менән биҙәп, юғары кимәлдә ойошторған педагогтарға – төркөм тәрбиәсеһе Зөһрә Баһауетдин ҡыҙына, музыка етәксеһе Юлия Юрьевна Ҡасҡынбаеваға ата-әсәләр ҙур рәхмәттәрен еткереп, ҡатыҡ тәмләп таралыштылар.