Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Май 2023, 08:45

Ҡартатай һабаҡтары

Ошо ҙур булмаған яҙмала күпме фәһем, күпме аҡыл, тәрбиә... Яңы ҡартатай менән танышҡанда миңә ун биш йәш ине. Эйе, тол ҡалған әсәйем Һабыр ауылынан 15 саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Ҡаҙыршаға тормошҡа сыҡты. Ул ауылда урта мәктәп булмағанлыҡтан, беҙ ҡуша күсеп бара алманыҡ, әммә ял һайын, Ғәле ағайым (үгәй атай) ат егеп, беҙҙе толопҡа төрөп ултыртып, алып ҡайтып китер булды. Тулыраҡ - артабан.

Ҡартатай һабаҡтары
Ҡартатай һабаҡтары

Һабырҙағы тормош менән Ҡаҙыршалағы тормош араһында ер менән күк кеүек айырма. Әгәр беҙ тыуған ауылдағы өйҙә ҡасан теләйбеҙ, шунда йоҡонан уянһаҡ, икмәкте тотоп йөрөп ашаһаҡ, өй бите күрмәй, күберәк уйын менән әүрәһәк, бында ниндәйҙер бер сик, тәртип булыуы һағайтты. Ғаиләләге бөтә кеше таң менән аяҡ өҫтө булырға тейеш. “Йоҡлап ятмағыҙ, йоҡлап ятып уңайһыҙ хәлгә ҡалмағыҙ!”- тип Нуретдин ҡартатай барыһын да уятып сыға, хатта сәңгелдәктә ятҡан Айҙар ҡустымды ла: “Тор, иртәнге сәйгә һуңлайһың бит,”- тип тырнап ала ла ҡуя торғайны. Иртәнге сәйҙе бергәләп ултырып эсеү– күптәнән ғәҙәткә ингән күренеш. Бөтәбеҙ ҙә инеп теҙелешеп ултырабыҙ, унан ҡартатай “Бисмилләһир-рахмә-әнир-рахиим” тигәс кенә ашай башлайбыҙ, иң һуңынан, ашты көттөрмәйек, тип, бергә ашҡа хуш иттерә, аштан һуң һөйләшеп ултырыуҙы өнәмәне.

Һәр кемгә лә көн дауамына етерлек эш табыла. Уның яратҡан һүҙе: “Балаларығыҙҙы эшкә өйрәтегеҙ, эш менән тәрбиәләгеҙ, бала эшкә күндәм булһа, тормошта юғалып ҡалмаҫ, үҙ урынын табыр. Егәрле кешенең юҡ-барға ваҡыты ҡалмай ул, эшле кеше ғәйбәт тә һөйләмәй, урам буйына ла сыҡмай, аҙып- туҙып та йөрөмәй,”- тип әйтер ине. Ҡаҙыршаға барһаҡ беҙ уйын, урам нимә икәнен дә онотабыҙ. “Урам гиҙеп яман өйрәнмәгеҙ, ул әҙәпһеҙлек була. Һеҙ килен була торған кешеләр, урам ҡыҙырыу ғәҙәтегеҙгә инеп ҡала күрмәһен. Эшләгәнең- әсәң өсөн, өйрәнгәнең- үҙең өсөн, эштән кеше үлмәй ул,”- тип ҡабатларға яратты.

Бер ҡасан да һуҙылып атлап йөрөмәне, уның артынан йүгереп тә етеп булмай. Ҡулдарын артҡа ҡуйып улай- былай йүгереп йөрөй-йөрөй ҙә: “Әйҙә, бер нимә күрһәтәм,”- тип эйәртеп, ҡырҙар буйлап алып сығып китә. Урманға еткәс, бәкеһен килтереп сығара ла “һә” тигәнсә туҙ һыҙырып, тырыз (“моҙғо” тигән була торғайны) эшләп, еләк йыябыҙ. “Биҙрә тотоп китһәң, кеше күрә,”- тип шаярта. Шул моҙғо тулырлыҡ еләклекте алдан ҡарап ҡуя, тиҙ генә тирәбеҙ ҙә, ҡайтырға сығабыҙ.

Ер- һыу атамаларын, тарихын, легендаларын күп белде, ҡыҙыҡтырып оҫта һөйләне. “Ошо легенда-риүәйәттәрҙе мин һиңә яйлап бер һөйләрмен, һин яҙып алырһың,”- ти торғайны, өлгөрмәне.
“Кешеләрҙән “Рәхмәт” алырға тырышығыҙ. “Рәхмәт”те кеше бушҡа ғына әйтмәй, рәхмәт алыр өсөн: көсөң, ваҡытың, аҡсаң менән дә иҫәпләшергә ярамай. Үҙегеҙ “рәхмәт” әйткәндә ысын күңелдән, ихлас итеп әйтегеҙ. “Рәхмәт” фатихаға торошло, доғаға тиң һүҙ ул. Ғөмүмән, һәр уйлаған уй, һәр әйткән һүҙ– ул доға, шуға гел генә яҡшы уйҙа булығыҙ, ауыҙығыҙҙы үлсәп асығыҙ, юҡ-бар һөйләмәгеҙ, бер фәрештәнең “амин” тигән сағына тура килер.” Ошо нәсихәттәрҙе әйткәндә күҙенә генә ҡаратыр, ҡулдарҙы тотоп ултырыр һәм уның усынан өйрөлөп кенә ниндәйҙер бер йылылыҡ килер ине.

Ҡаҙыршала беҙҙең йорттан кеше өҙөлмәне. Береһен оҙатып сығыуға икенселәре инеп килә. Барыһы ла Нуретдин ҡартатайҙы күререгә, һөйләшергә, тигән ниәт менән ара алыҫлығына ҡарап тормай, әллә ҡайҙан килеп етәләр. Уларҙың һәр береһенә сәй эсереп сығарабыҙ, сөнки ҡартатай шуны талап итә. Ҡайһы саҡта кеше килерен алдан белдерә, тау башынан машина күренһә, беҙгә килгәнен һиҙемләр булды. Улар менән нимә тураһында әңгәмәләшкәндер, ниндәй йомош менән йөрөгәндәрҙер бер ҡасан да сығарып һөйләп ултырманы. Ҡайһы бер ҡунаҡтарҙан һуң дәртләнеп йүгереп йөрөр ине, ҡайһы саҡ хәлдән тайып, арып тороп ҡалыр булды. Ҡартатай кешеһеҙ тора алмағандыр, үҙе лә гел юлда булды, йыш ҡына уны килеп алып ҡайтып китәләр.

– Кеше менән ҡул биреп күрешкәндә, ике ҡулығыҙҙы биреп ихлас күрешегеҙ. Һеҙ ҡул ғына бирмәйһегеҙ, фатиха алаһығыҙ, һеҙ үҙегеҙҙә белмәҫһегеҙ, ул бәлки Аллаһы Тәғәләнең өлөшлө бәндәһелер, -тиер ине.
“Сәләм бирә белеү һәм уны ихлас ҡабул итә белеү ҙә ихтирамға лайыҡ. Берәй кеше һинән аша сәләм ебәрә икән, уны тапшырыу бурыс булып тора. Мотлаҡ сәләмде кешеһенә алып барығыҙ,”- ти торғайны. –Шаршамбы йә йома көн Аллаһы Тәғәлә был нимә эшләр икән, тип һынамаҡ өсөн, һеҙгә уйламаған кешене индереп ебәрер, ул эскән кеше лә, йә һеҙҙең күңелегеҙгә оҡшамаған берәү ҙә булырға мөмкин, әллә мал булып инер, һуҡранып, әрләп, ҡоро сығарма, мал булһа, туҡмап, баҫтырып сығарма, Аллаһы Тәғәлә беҙҙе аҙым һайын һынай, онотма!”

–Араҡы эсеп йөрөгән кешегә аптырамағыҙ, Аллаһы Тәғәләнең ул һынауы, уның насип ризығы шул. Аллаһы Тәғәлә ошо бәндәгә ҡарап фәһем алырҙармы икән, “әстәғфирулла” тип тәүбәгә ҡайтырҙармы, тип шундай кешеләрен дә осраттыра, ундай кешенең тормошо тормош түгел, Аллаһы Тәғәлә уны ғибрәт итеп ебәрә,- тип әйткәндәре иҫтә. “Тәүбә итегеҙ, Аллам һаҡлаһын, балаларыма, нәҫел-нәсәбемә бирмәһен, бәйелдән аҙҙырмаһын, тип ялбарығыҙ,”- тип киҫәтә.

Кейәүгә сығып, ул йорттан китергә ваҡыт еткәс, янына саҡырып алып оҙаҡ ҡына һөйләшеп ултырҙыҡ. Күберәген ҡартатай һөйләне, өгөт-нәсихәттәр бирҙе, мин тыңланым. “Килен булып төшкән ерҙә бейемең менән ҡайныңды әсә- атайыңдан артыҡ күреп ихтирам ит, улар һинең иреңдең иң яҡын кешеләре, һинең уларға ҡарата яҡты йөҙөңдө күреп ирең дә нурланыр, һиңә ҡарата һөйкөмлө булыр. Аллаһы Тәғәлә һиңә ҡайны, ҡәйнә менән бергә тороуҙы һынамаҡ өсөн бирә, һин һәр саҡ һынау өҫтөндә– шуны онотма, сабыр бул, сабыр бул, сабыр бул! Бер ҡасан да ҡаршы һүҙ әйтмә, улар дөрөҫ әйтмәһә лә өндәшмә, өндәшмәгән–өйҙәй бәләнән ҡотола, сабырлыҡтың төбө– һары алтын. Фәтиха– атай- әсәйҙең аяҡ аҫтында, беҙ, ҡәртәсәйең менән, түшәктә ятҡан әсәйҙе алты йыл ҡараныҡ, атай ҙа өлкәнәйеп беҙҙең тәрбиәлә китте. Әле бына бөтә балаларым иманлы, беҙҙе ҡыуандырып йәшәйҙәр, үҙебеҙ ҙә алтмыш йылдан ашыу имен- һау, бергә йәшәнек– ошолар атай-әсәй, ҡайны-бейем фатихаһы арҡаһында. Һәр ата-әсә балаларына фатиха бирә, шуға күрә, һәр саҡ үҙемә лә, иремә лә атай-әсәйемдең фатихаһы насип булһын,- тип теләп йөрө!–тип өйрәтте. Ә инде ҡайны, бейем менән татыу, матур йәшәүемде күреп, гел ихлас ҡыуанды: “Ҡайның менән бейемеңдән алған фатиха үҙегеҙгә генә түгел, балаларыңдың балаларына, ете быуыныңа етһен,”- тип күҙ йәштәре аша рәхмәттәр әйтер ине.

2015 йыл, отпуск мәле еткәс, өс балам менән Ҡаҙырша ауылына ҡайттым. Өйрәтеп ҡуйған кеүек өс балам да ҡартатай менән ҡәртәсәйҙе гел генә барып ҡосаҡлап ала, отоп алған йыр- бейеүҙәрен күрһәтеп бер була торғайны. Уларға ҡарап ҡарататай сабый кеүек шатлана. Һәр береһен өшкөрөп, яратып ебәрә. Шул арала уларға ла нәсихәттәрен әйтеп өлгөрә: “Аяҡ кейемен уңдан кейегеҙ, һулдан сисегеҙ, көнөнә өс тапҡыр булаһа ла “”әстәғфируллаһ” тип әйтегеҙ, ризыҡты “Бисмилләһир-рахмә-әнир-рахиим” тип алығыҙ, ана, һеперткене һөйәп кит, юлда арҡыры ятмаһын, машинаның юлын ҡыйма, артынан сыҡ, буш биҙрәң менән урамға сыҡмай тор, юлсы килә, юлын ҡырҡма!”...

“Балаларыңды дөрөҫ юлда тәрбиәләйһең, ололарҙы хөрмәт итергә өйрәтәһең,”- тип үҙемде лә арҡамдан ҡағып яратып алыр ине. Ошо күрешкәндә лә оҙаҡ ҡына аралашып ултырҙыҡ: “Ҡыҙым, мин һине киләсәктә матур абыстай итеп күрәм, һин намаҙ уҡы, Аллаһы Тәғәләгә яҡын бул, Уны ярат, Унан ғына ҡурҡ, Унан ғына һора! Минең һиңә фәтихәм шул тиклем ҙур. Мин инде күп торламам, бөтә донъя аҡлыҡҡа күмелгәндә китәм. Һин юлда булырһың, ҡайҙа ғына йөрөһәң дә мине оҙатыуға ҡайтып етергә тырыш!”

Ысынлап та, мин эшем буйынса Өфөлә командировкала саҡта ҡартатай һуңғы сәфәренән ҡанатланып йөрөп ҡайта. Ул тарафтарҙа уны нисек ихтирам иткәндәрен, ҡәҙер-хөрмәт менән ҡунаҡ итеүҙәрен шатлыҡ йәштәре аша бәйән итә. Һәм сәй эсеп ултырған еренән, ҡустым Айҙарға нимәлер күрһәтәм тип ырғып тороп, йүгереп сыға: “Айҙар улым, кил әле, Айҙар, Айҙар!”- тип йығылып китә. Йөрәге тотҡанда ла ҡартатайымдың ҡулында дин китабы була.
Зөлфирә Таһирова, уҡытыусы, Йылайыр районы.

Автор:Т. Баһауетдинова әҙерләне
Читайте нас: