Иҫке Монасип мәктәбе директоры Ҡотлобаев Данил Камил улы идеяһы менән "Хәтирәләр баҡсаһы" асылды. Уға мәктәп хакимиәте менән берлектә 11-се класс уҡыусылары башланғыс һалды.
5 май көндө улар мәктәп ихатаһында махсус кәртәләп алынған майҙанда һәр береһе берәр төп алмағас ултыртып сыҡты. "Был матур традиция сығарылыш уҡыусылары тарафынан йыл да дауам ителеп, емеш баҡсаһы шаулап ултырыр һәм киләсәктә осрашыуға килгән һабаҡташтар ошо баҡсаға инеп, мәктәп йылдары хәтирәләрен яңыртып, емештәрен йыйып ҡыуанһын тигән изге маҡсат менән эшләнелде был башланғыс," - ти мәктәп етәксеһе Данил Ҡотлобаев.
Әйткәндәй, һәр ағас эргәһенә уҡыусының исем-фамилияһы, емеш ағасының атамаһы һәм сорты, ултыртыу датаһы яҙылған табличка ҡуйыласаҡ.
Динара Ҡотлобаева, педагог-психолог