Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Апрель 2023, 17:54

«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр

Бөгөн Иҫке Собханғол мәктәбендә «Йәш армия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенең яңы ағзаларын ҡабул итеү тантанаһы үтте.

«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр

«Йәш армия»сыларҙы мәктәп директоры Әхәт Әбдрәхимов һәм район хакимиәтенең йәштәр эштәре буйынса комитетының баш белгесе Лилиә Зарипова тәбрикләне.

7 «Б» синыфында уҡыусы 14 егет һәм 14 ҡыҙ «Йәш армия»сылар сафына инеп, уҡытыусылары, дуҫтары алдында Ватанға һәм йәш армиясылар туғанлығына тоғро булырға, дөрөҫлөк һәм ғәҙеллек өсөн көрәшергә, уҡыуҙа һәм спортта еңеүгә ынтылырға, Тыуған илебеҙ азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо хаҡына көрәшкән батырҙар иҫтәлеген хөрмәтләп һаҡларға, Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданины булырға тантаналы ант бирҙе.

«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
«Йәш армия»сылар сафына ҡабул ителделәр
Автор:Гулиза Хафизова
Читайте нас: