Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Апрель 2023, 14:20

Рамаҙан айында даими уҡылырға тейешле дүрт зикер һәм доға

Ошо доға һәм зикерҙәрҙе үҙегеҙгә күсереп алып, мөмкин тиклем йышыраҡ ҡабатлап йөрөгөҙ. Улар ятлап алыуға ла еңел генә. Беренсеһе: Ләәәә иләәһә илләллааһ. Был иң бөйөк зикер, иманды яңыртыу һүҙе, йәннәт асҡысы. Был һүҙҙәрҙе даими ҡабатлап йөрөргә кәрәк.

Рамаҙан айында даими уҡылырға тейешле дүрт зикер һәм доға
Рамаҙан айында даими уҡылырға тейешле дүрт зикер һәм доға

Икенсеһе:  Әстәғфируллааһә вә әтүбү иләйһи.

Был тәүбә-истиғфар ҡылыуҙың иң ҡыҫҡа үрнәге, рамаҙанда көн һайын йөҙәр ҡат ҡабатлау тейешле).

Өсөнсөһө: Аллааһүммә инни әс-әлүкәл-йәннәтә.

Әй Аллаһ, һорайым Һинән йәннәтеңде.

Дүртенсеһе: Аллааһүммә иннии әғүүҙү бикә минәннәәр.
Әй Аллаһ! Һыйынам Һиңә ут ғазабынан.

Һуңғы икеһен бергә ҡушып әйтергә мөмкин: Аллааһүммә инни әс-әлүкәл-йәннәтә. Аллааһүммә иннии әғүүзү бикә минәннәәр.

(Асыҡ сығанаҡтарҙан алынды).

Автор:Т. Баһауетдинова
Читайте нас: