Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
7 Апрель 2023, 17:15

Иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла

Ә 500 меңәр һумлыҡ нисә грант буласаҡ һуң?

Иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла
Иң яҡшы балалар баҡсалары тәрбиәселәре өсөн 500 мең һумлыҡ гранттар булдырыла

Башҡортостан Башлығы «Юғарыға ос!» бишенсе мәғариф форумының пленар ултырышында Стәрлетамаҡтың 69-сы балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Наталья Гулёнинаның тәҡдиме менән ризалашты һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары педагогтары өсөн йыл да 500 мең һумлыҡ 50 грант булдырырға тәҡдим итте.

 

«Республика хөкүмәтенә ошо мәсьәләне өйрәнеү бурысын йөкмәтәм. Беҙҙә балалар баҡсаһында тәрбиәселәр күп, уларға ярҙам итергә кәрәк», — тине Радий Хәбиров.

Бынан алдараҡ «Башинформ» «Юғарыға ос!» форумында мәктәпкәсә белем биреү педагогтарының беренсе форумын үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен хәбәр иткәйне.

 

Фото:Олег Яровиков

https://bash.bashinform.ru/news/social/2023-04-07/respublikala-i-ya-shy-balalar-ba-salary-t-rbi-sel-re-s-n-500-me-umly-granttar-buldyryla-3210753

 

Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: