22 мартта Әбделмәмбәт балалар баҡсаһы базаһында район тәрбиәселәренең методик берләшмәһе ултырышы үткән. Ул балаларҙың танып белеү һәм телмәрҙәрен үҫтереү буйынса инновацион технологияларға арналған.
Сарала мәктәпкәсә белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырыусы 34 педагог ҡатнашҡан.
Әбделмәмбәт балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Р. Мәсәғүтова логик фекерләүҙе үҫтереү, Г. Абдуллина балаларҙы шахмат уйнарға өйрәтеү һәм шахмат уйыны аша интеллектты үҫтереү буйынса дәрес күрһәткән. Балалар шахмат фигуралары булып кейенеп, иҙәндәге ҙур шахмат яланында ролгә инеп шахмат уйыны йөрөштәрен күрһәткән, дәрес аҙағында шахмат ярышы ойошторолған.
Тәрбиәселәр Г. Дауытова, М. Баязитова, А. Зарипова, Ә. Ғазина, Н. Ситдиҡова “Математика – бик ҡыҙыҡлы”, “Пластилинография – ижад һәм балаларҙы үҫтереү”, “Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн фитнес”, “Балаларҙың телмәрен үҫтереүҙә уйын рәүешендә үҙ-үҙеңә массаж яһау” тигән темаларға оҫталыҡ дәрестәре күрһәткән. Шулай уҡ бер нисә тәрбиәсе үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашҡан.
Тәрбиәселәр шулай аралашып, тәжрибәләре менән бүлешеп, төрлө һорауҙарына яуаптар алып, яңы эш алымдары менән танышып ҡайтҡан.
(Бөрйән районы мәғариф бүлеге сайтынан алынған мәғлүмәттәр башҡортсаға тәржемә менән бирелде).