Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
11 Март 2023, 09:15

Ике ҡыҙҙы ҡотҡарған 10 йәшлек Федорға миҙал тапшырғандар

Брянск өлкәһендә ун йәшлек малайҙың диверсанттар һөжүменән ике бәләкәй ҡыҙҙы ҡотҡарыуы тураһында күптәрегеҙ ишеткәндер. Ошо көндәрҙә малайға әле ул дауаланып ятҡан дауаханала “Фиҙакәрлек һәм ҡыйыулыҡ өсөн” (“За доблесть и отвагу”) тигән миҙал тапшырғандар. Хәл былайыраҡ була.

Ике ҡыҙҙы ҡотҡарған 10 йәшлек Федорға миҙал тапшырғандар
Ике ҡыҙҙы ҡотҡарған 10 йәшлек Федорға миҙал тапшырғандар

Диверсанттар һөжүм итеп, улар ултырған автомобиль водителенә атҡас, 10 йәшлек Федор юғалып ҡалмай, үҙенән кесе ҡыҙҙы етәкләй һәм йүгереп алып ҡаса. Был ваҡытта уның арҡаһына пуля килеп эләгә.

Малайҙы ауыр хәлдә дауаханаға оҙаталар. Табиптар уның арҡаһындағы пуляны дүрт сәғәт буйы сығара.

Бәхеткә күрә, әлеге ваҡытта баланың ғүмеренә ҡурҡыныс янамай.

Награданы йәш геройға Рәсәй Геройы, юстиция генерал-майоры Сергей Васильевич Петров тапшырған.

Ҡыйыу малайҙың тиҙерәк һауығып сығыуын теләйек.

Ике ҡыҙҙы ҡотҡарған 10 йәшлек Федорға миҙал тапшырғандар
Ике ҡыҙҙы ҡотҡарған 10 йәшлек Федорға миҙал тапшырғандар
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: