Дуҫлыҡ тураһында ҡыҙыҡлы факттар:
Француз ғалимдары асыҡлауынса, хатта акулалар араһында ла бер-береһе менән дуҫлашыусылар бар икән. Улар һәр саҡ бергә йөҙә, башҡаларға иҫтәре лә китмәй.
Психологтар билдәләүенсә, бәғзе бер кешеләр болараҡ, килбәтһеҙерәктәр менән дуҫлаша икән. Йәлләгәндән түгелдер инде, тегеләр, бәлки, башҡаларға ҡарағанда ихласыраҡ, асығыраҡтыр.
Ғалимдар, дуҫтар менән аралашыу, осрашыу һаулыҡҡа файҙалы, ти. Яҡын кешеләр менән һөйләшеп ултырыу организмды нығыта, көс бирә, шик-шөбһәләрҙе ҡыуа, гормондарҙы көйләй.
Күҙәтеүҙәренсә, мәктәп йылдарындағы дуҫлыҡ уҡып бөткәндән һуң әллә ни дауам итмәй, имеш. Был ауыл кешеһенә тура килмәй. Сөнки күп ауылдаш класташтар оҙаҡ йылдар дауамында дуҫ булып ҡала.