- Үҙең менән таныш-тырып үт әле.
-Мәһәҙей ауылында Сабир һәм Мәҙинә Хәсәновтарҙың күп балалы ғаиләһендә баш бала булып тыуғанмын. Өс ҡустым, бер һеңлем бар. Етенсе класта уҡығанымда Сибай ҡалаһына күстек. Р. Өмөтбаев исемендәге башҡорт гимназияһын тамамлағас, сәнғәт колледжының театр бүлегенә документтарымды тапшырҙым, тик конкурстан үтә алманым. Ваҡытлыса уҡып торорға тип тынлы инструменттар бүлегенә индем. Унда торба тип аталған музыка ҡоралы менән таныштым һәм миңә уның йомшаҡ та, шул уҡ ваҡытта көслө лә тауышы оҡшап ҡалды. Шулай музыка ҡоралдарына булған ҡыҙыҡһыныуым һәм һөйөүем артҡандан-арта барып, хәҙер үҙем студенттарға музыка серҙәрен өйрәтәм, колледжды тамамлағандан һуң ошонда эшкә ҡалдым. Бер юлы ситтән тороп Магнитогорск ҡалаһында Глинка исемендәге консерваторияла уҡып сыҡтым. Унда дирижерлыҡ дәрестәрен дә үттем. Өйләнгәнмен, кәләшем Эльза Баймаҡтыҡы, һөнәре буйынса рәссам, флорист. Уның менән колледжда таныштыҡ.
-Музыкаға һөйөү, һәләт ҡайҙан килә?
-Минең әсәйем дә, атайым да сәнғәткә яҡын кешеләр. Атайым ҡурайҙа уйнай, әсәйем бейей, икеһе лә йырларға әүәҫтәр. Шуға ла беҙгә музыкаль яҡтан тәрбиә көслө булды. Атайым ҡурайҙа уйнарға өйрәтһә, әсәйем өҫтәлгә баҫтырып ҡуйып сәхнәлә үҙеңде тоторға, йырларға өйрәтә ине. Һеңлем дә сәнғәт юлын һайланы - театр бүлегендә уҡып йөрөй. Бәләкәйҙән төрлө концерттарҙа сығыш яһаныҡ, конкурстарҙа ҡатнаштыҡ. Шуға ла кем булырға тигән һорау торманы, йырсы булырмын, тип хыяллана торғайным.
- «Big-Band» төркөмөндә кемдәр уйнай?
- «Big-Band» икенсе төрлө ҙур төркөм, оркестр тигәнде аңлата. Был вокаль-инструменталь төркөмдә талантлы, әүҙем студенттар йыйылған. Классиканан тыш, джаз, рок һәм башҡа заманса көйҙәрҙе башҡарабыҙ. Төрлө концерт, кисәләрҙә, байрамдарҙа, туй-ҡунаҡтарҙа, урамда ла сығыш яһайбыҙ. Состав йыл да үҙгәреп тора. Шулай ҙа беҙ ҙур бер ғаилә кеүекбеҙ, ситтә эшләп йөрөгәндәр ҙә Сибайға ҡайтһа, төркөмгә ҡушылып, беҙҙең менән бергә сығыштарға йөрөйҙәр.
- Оркестрҙа ниндәй музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтәһегеҙ?
- Флейта, кларнет, торба, саксафон, баритон, тромбон, туба, һуҡма музыка ҡоралдары, альт, тенор.
- Уңыштарығыҙ бармы?
-«Урал фанфарҙары», «Магнит фанфарҙары», «Йәш таланттар» кеүек республика, Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа һәм Урал аръяғы райондарында уҙғарылған смотр-конкурстарҙа оркестр менән дә, студенттар үҙҙәре айырым да ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеп торабыҙ. Яңыраҡ ҡына Йылайырҙа «Бергә уйнайбыҙ» тигән конкурста оркестр менән лауреат исемен алып ҡайттыҡ.
- Сәнғәт колледжына кемдәр уҡырға бара ала? Колледжды тамамлаусыларға эш табыуы ауырмы?
-Иң тәүҙә, әлбиттә, һәләтле булыу кәрәк. Шулай ҙа тырыш, ныҡыш, үҙ маҡсатына табан ныҡлы аҙымдар яһағандар ғына колледжды яҡшы тамамлап, уңышлы эшләп китәләр. Сәнғәт кешеләренә эш табыуы ҡыйын түгелдер тип уйлайым, мөмкинлектәр күп. Мәҫәлән, беҙҙең тынлы һәм һуҡма оркестр ҡоралдары бүлеген тамамлаусылар өсөн эш һәр ваҡыт бар һәм буласаҡ, сит илдәрҙә лә оркестр артистары ҙур һорау менән файҙалана. Беҙҙең бүлекте тамамлаған студенттар әле Өфө, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург ҡалалаларында, себерҙә консерваторияларҙа, сәнғәт институттарында уҡыйҙар һәм эшләп йөрөйҙәр, хәрби оркестрҙарҙа контракт буйынса хеҙмәт итәләр.
Колледжда үҙемдең яҡташтарымды күберәк күрергә теләр инем. Үҙебеҙҙең таланттарҙы күрһәтеп, Бөрйәндең һәләтле балаларын колледжға уҡырға саҡырыу маҡсатында ике тапҡыр Бөрйәнгә килдек. Беҙҙе йылы ҡаршы алып, студенттарға матур сәйәхәт ойошторған ҡунаҡсыл райондаштарыма, район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповҡа, К. Теләүбаеваға, М. Косаревҡа, Р. Иманғоловҡа ҙур рәхмәт.
- Ял ваҡыттарын нисек үткәрәһең?
-Спорт менән шөғөлләнәм, ҡышҡыһын сноубордта шы-уам, балыҡҡа йөрөйөм, ҡала ситендә өйөмдө төҙөйөм.
Ҙур хыялдар менән янып йәшәгән Ғайсаға артабан да ижади уңыштар насип булһын.