+9 °С
Болотло
-18 апрель көнө бер төркөм уҡыусылар менән урманға "Күңелле сәйәхәт" исемле экскурсияҒа сыҡтыҡ. Уҡыусылар әтмәкәс, йыуа йыйҙылар. Ҡайһы бер балалар әтмәкәстең нимә икәнен белмәй, ҡыҙыҡлы һорауҙар бирҙеләр. Тау-таш араһында ҡар иреп бөтөр-бөтмәҫтән үк килеп сыға әтмәкәс. Әтмәкәй, бәкес тип тә йөрөтәләр ҡайһы бер ерҙә. Беҙҙә уны һарыҡ йыуаһы тиҙәр. Әтмәкәс, йыуанан айырмалы рәүештә, сөсө, һабағы нәҙек, йоморо. Бик тәмле генә була ул.
Тауҙан төшкәс, ҡайын һыуы эсеп, тәбиғәт тураһында мәҡәлдәр әйтешеп, тәбиғәттән көс-дәрт алып ҡайтты балалар, - тип хәбәр итәләр Әтек мәҙәниәт йортоноң социаль селтәрҙәге төркөмөндә.
Тиҙҙән генә ҡаҡы, ҡымыҙлыҡ, бәпкә өлгөрөр. Уларҙың дә тәмен белһен ине балалар.