+7 °С
Болотло
Подписаться на Я.Новости
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
31 Март 2022, 13:55
Бәләкәйҙән хәүефһеҙлеккә өйрәтә башлағыҙ
Балағыҙ менән янғын хәүефһеҙлеге хаҡында һөйләшеп алһағыҙ, бик яҡшы булыр. Уға шырпы уйынсыҡ түгел, уттың мәрәкә булмауын, ауыр бәлә-ҡазаға килтереүен аңлатырға тырышығыҙ. Бәлә-ҡаза була ҡалһа, үҙ-үҙеңде тотоу ҡағиҙәһенә өйрәтегеҙ. Бәләкәскә уттан йәшенергә ярамағанлығын, йорттан тиҙерәк сығырға, нимәнелер өйҙән алып сыҡмаҫҡа кәрәклеген һөйләгеҙ. Ата-әсәләргә һәм балаларға бер нисә кәңәш
Бәләкәйҙән хәүефһеҙлеккә өйрәтә башлағыҙ
Шырпыны һәм ҡабыҙғыстарҙы бала йөрөгән урында ҡалдырмағыҙ.
Һәр өйҙә ашығыс хеҙмәт телефоны, йорттоң адресы, телефоны яҙылған иҫкәрмә булһын, бала ла ятлап алһын.
Ҡайҙалыр сығып киткәндә электр приборҙарын, бигерәк тә үтек, йылытҡыс, телевизор, яҡтыртҡыстарҙы һүндерергә онотмағыҙ.
Йорттан сыҡҡанда газ конфоркаларының ябылыуын тикшерегеҙ.
Әгәр ҙә бала газ еҫен тойһа, ут һәм электр приборҙарын тоҡандырырға ярамағанлығын, был хаҡта шунда уҡ өлкәндәргә хәбәр итергә тейешлеген дә белеп ҡуйһын.
Лампа һәм светильниктарҙы туҡыма йәки ҡағыҙ менән ҡапламағыҙ.
Плита өҫтөндә әйберҙәрҙе киптермәгеҙ. Уларҙың янып китеүе ихтимал.
Ауылда йәки баҡсала балаға мейес эргәһенә килергә һәм мейесте асырға рөхсәт итмәгеҙ.
Именлек һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында ғәҙәттән тыш хәлдә үҙеңде нисек тотоу хаҡында бала менән мөмкин тиклем йышыраҡ һөйләшегеҙ.
Автор:
Айбулат Ишназаров https://ye102.ru/articles/obrazovanie/2022-03-30/b-l-k-y-n-h-ef-e-lekk-yr-t-bashla-y-2746068
Читайте нас в