Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
10 Декабрь 2021, 16:00

Сит балалар булмай

Район мәктәптәрендә һәм мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларында һаулыҡ яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә шарттар булдырыу

Сит балалар булмай
Сит балалар булмай

Ниндәй генә мохтажлыҡтар кисергән йәки мәшәҡәттәр тыуҙырған бала булмаһын, беҙ һәр кемгә үҙен асыр өсөн шарттар тыуҙырырға, йәмғиәткә файҙалы кеше булып, үҙен тиң хоҡуҡлы итеп тойорға ярҙам итергә тейешбеҙ.

Баланы социаль һәм хеҙмәт мөхитенә әҙерләү, иптәштәре менән аралаштырыу, коррекцион ярҙам күрһәтеү маҡсатында Иҫке Собханғол урта мәктәбенең I һәм II баҫҡыстарында интеллектуаль яҡтан үҫеше тотҡарланған балалар өсөн коррекцион кластар булдырылып, әлеге көндә, был кластарҙа эшләүсе педагогтар махсус курстар үтеп, адаптацион программа менән балаға белем һәм тәрбиә бирәләр. Ошо уҡ мәктәптә һәм 2-се һанлы Иҫке Собханғол мәктәп-балалар баҡсаһында логопед һәм психолог кабинеттары, релаксация бүлмәһе эшләп килә. Был категория балалар менән эшләүсе педагогтар белемдәрен камиллаштырыу курстарын үтәләр: 2016-2019 йылдарҙа 95 башланғыс кластар һәм предмет уҡытыусылары, 2019-2020 йылдарҙың октябрь айында 67 уҡытыусы үткән.

Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 99-сы һанынан уҡығыҙ.

Автор:Рая Вәлиева, мәғариф бүлеге методисы.
Читайте нас: