Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
19 Ноябрь , 17:00

БАШТЫҢ КОЛХОЗДЫҠЫ БУЛҒАНЫ...

4 йәшлек ейәнемде ата-әсәһе ҡырға киткәндәрендә ике көнгә беҙгә ҡалдырып торған мәлдәге “көнитмештән”, дөрөҫөрәге, шул быйма башындай баланың мине аҡылға ултыртыуҙарынан өҙөктәр.

БАШТЫҢ КОЛХОЗДЫҠЫ БУЛҒАНЫ...

4 йәшлек ейәнемде ата-әсәһе ҡырға киткәндәрендә ике көнгә беҙгә ҡалдырып торған мәлдәге “көнитмештән”, дөрөҫөрәге, шул быйма башындай баланың мине аҡылға ултыртыуҙарынан өҙөктәр.

*

Биш ҡулым бармы?

Ейәнем менән тышта йөрөп килдек. Ишек төбөндә сисенә башланым да бының минең сисендергәнде көтөбөрәк, яйлап ҡына замогын тартып ултырғаны күҙемә салынғас:

-Тиҙерәк сисен. Курткаңды, итегеңде сис, - тинем.

Яуап та көттөрмәне:

-Өләсәй, минең биш ҡулым бармы һуң?

Баҡтиһәң, өйҙәрендә эш эшләп йөрөгәнендә берәй нәмә тип мыжый башлаһа, әсәһе үҙенә шулай тип яуаплай икән.

*

Үәт, өләсәй...

Пластилин һатып алып ҡайттыҡ.

-Мә, улым, залда пластилиның менән уйнай тор, - тип пластилин ҡабын тотторҙом да үҙем аш бүлмәһенә йүнәлдем. Артымдан ейәнем йүгереп килеп тә сыҡты.

-Өләсәй,  ә таҡта ҡайҙа? Өҫтәл бысырай бит. Мин таҡта өҫтөндә эшләрмен роботты.

Үәт! Ә өләсәй шуны ла белмәгән!

Шулай таҙалыҡ яратыусы малай ул былай. 2,5 – 3 йәшлек сағында ла бер мине аҡылға ултыртҡайны.

Диванда ултырабыҙ. Кофтама бер сантиметрҙай ғына еп өҙөгө йәбешеп торғанын аңғарып ҡалып, тегене алып иҙәнгә һелтәгән һымаҡ хәрәкәт яһаным.

Эргәмдә ултырған ейәнемдең ҡапыл ҡаштары төйөлдө, ҡарашы етдиләнде. Бер миңә, бер иҙәнгә ҡарап ултырҙы ла,  ахыры, түҙмәне, шикелле:

-Өләсәй, мухолды (мусорҙы) иҙәндән ал, иҙән бысылаҡ була бит, мухокаға ташла, - тине.

Миңә, ахыры, ялбыр балаҫтан (табырһың унда еп киҫәген), тегенең күңеле булһын өсөн, бер нәмәне эйелеп алған хәрәкәт яһап, сүп һауытына юлланыуҙан башҡа сара ҡалмағайны...

*
Баш колхоздыҡы

Дивандан иҙәнгә һикереп уйнап йөрөнө лә, бер һикергәнендә башын иҙәнгә төкөнө был. Еңелсә генә. Шунан иҙәндә ултырған көйө ҡулы менән башын ыуып алды ла:

-Баш колхоздыҡымы әллә, - тип ҡуйҙы. Колхозды белгән кеше бындайымса, тип көлөмһөрәп ҡуйҙым эстән генә.

Баҡтиһәң, башын төкөһә, әсәһе шулай тип әйтә икән.

*

Һуҡ бармаҡ

Ҡамыр баҫып, майғикмәк бешерергә булдым. Ейәнем дә, әлбиттә, эргәмдә. Үҙенә бәләкәй таҡта, тәгәрәтергә әйбер һәм ҡамыр һорап алды. Шуның менән мәж килә. Бер мәл туҡтап ҡалды. Бармаҡтарына ҡамыр йәбешкән икән. Ысҡындырып маташты-маташты ла, бер бармағындағыһын таҙарта алмағас:

-Өләсәй, бына һуҡ бармағыма ҡамыр йәбеште лә ысҡынмай ҙа ҡуя, - тине.

Беҙ, ололар, был урында бармаҡҡа ҡамыр йәбеште, бәлки, хатта,  “указательный бармағыма” ҡамыр йәбеште, тиер инек, ә сабыйҙың бармағын дөрөҫ исемләп тороп әйтеүе ҡыуандырҙы.
*

Ауыҙҙың тышындағы һөт

Һөт эсеп ултыра был. Һөтө әҙерәк ауыҙ ситенән ағып китте.

-Өләсәй, салфетка бир әле. Һөт ауыҙымдың тышына сыҡты, - ти.

*

Диванды бысыратмайым тип...

Кукуруз таяҡсалары һалынған моҡсайҙың башын асып, диванда ултырған ейәнемә һондом. Йәнәһе, уйнағанда ашап ултырһын. Ҡулын һуҙманы был, хәбәрен генә һалды:

-Өләсәй, һин уны тәрилкәгә һалып, өҫтәлгә ултырт әле. Мин диванды бысыратып ҡуйырмын.

Өйҙәге тәртип был. Атаһы ла, әсәһе лә йөрөп ашанырға рөхсәт итмәйҙәр. Нимә ашаһалар ҙа аш бүлмәһендәге өҫтәл янындағы ултырғысҡа ултырып, әйтәйек, икмәк валсығын өҫтәлгә генә төшөрөп ашарға ҡушалар.

Бер олоно, бер кесене тыңла, тип бушҡа әйтмәгән икән ололар.

Бына шулай, 4 йәшлек ейәнем мине байтаҡ тәртипкә өйрәтте ике көндә. Шулай ҙа бик хөрт өләсәй түгелмендер, тимен, сөнки әсәләре алырға килгәс, мин өләсәйҙә тағы ла күберәк булайым әле, тип үтенде...

Автор:Тансылу Багаутдинова