Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
17 Октябрь 2021, 09:00

Арҡа терәр атай ул!

Бөгөн - Атайҙар көнө. Нәҡ ошондай ғаиләләр – ауыл йәме, милләтебеҙ тотҡаһы, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы кескәй, әммә оло баһаға лайыҡ дәүләт ул.

Арҡа терәр атай ул!
Арҡа терәр атай ул!

Бөгөн - Атайҙар көнө. Нәҡ ошондай ғаиләләр – ауыл йәме, милләтебеҙ тотҡаһы, быуындар күсәгилешлеген һаҡлаусы кескәй, әммә оло баһаға лайыҡ дәүләт ул.

Боронғо өлсәйҙәрҙең һөйләгәне раҫ килеп, ата – улын, инә ҡыҙын белмәҫ, тигән заманда йәшәйбеҙ. Әҙәп-әхләҡ ҡиммәттәренең баҙығайған, хатта юғалған мәле.
Юҡ, бөтә ғәмде бер һепертке менән һеперергә йыйынмайым – аттың алаһы ла, ҡолаһы ла бар, тигәндәй, кешеләр ҙә мең төрлө.

Мәҫәлән, Иҫке Монасиптың Кепес яғында бына тигән ғаилә йәшәй - өй хужаһы Илһам Рәүхәт улы Бикмәтов балаларын үҙ өлгөһөндә матур тәрбиәләй.
Инеп килеүебеҙҙе ишеткән үҫмер егет соланға уҡ сығып сәләм бирҙе лә, атай-әсәйең өйҙәме, тигәнгә ыңғай яуап биреп, инә һалып, түрбаштағы ҡашығаяғын йыуырға тотоноп та китте.

“Бына, исмаһам, тәрбиә, малаймын, тип тормай, әсәһенә ҡалай булыша”, - тигән уй үтте баштан.
Йорт хужабикәһе Гөлсинә Сабирйән ҡыҙы айырым бүлмәлә гөлдөрҙөгө сығып ҡәйнәһе менән һөйләшә ине. Айһылыу инәйгә (82 йәш) ҡабаттан инсульт булғас, килен кеше эшен ташлап уны ҡарай икән.


Бикмәтовтар 1992 йылда өйләнешкән. Ике йылдан Суҡтал урамында бынамын итеп донъя төҙөп сыҡҡандар. Эшкә шәп булһа ла, һүҙгә һаран Илһамдан «допрос» формаһында тигәндәй мәғлүмәт «һығабыҙ»: өйҙө ағай-эне ярҙамы менән төҙөп сыҡтыҡ, донъя эштәрен күмәкләп алып барабыҙ, ти. Ғәҙелгәрәй ҡыҙы Гөлсинәнең төшкән еренә таштай батып донъя көтөүе – ихатаның, йорт эсенең ялтырап тороуы, ҡот-бәрәкәткә тулыуы намаҙ эйәһе булған өлгөр хужабикәнең тырышлығы.


Бикмәтовтар Илүзә атлы бер һылыуға ғүмер бүләк иткән. Мәләүездәге лицейҙың кадет корпусында белем алған ҡыҙ артабан Санкт-Петербургта Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының дәүләт янғынға ҡаршы көрәш академияһын тамамлап, бөгөн Өфөлә һөнәре буйынса эшләп йөрөй.


Ғүмер үренә артылғанда яңғыҙ түгел Бикмәтовтар – бынан 10 йыл элек балалар йортонан Ринат һәм Райман (Роман) атлы ике бер туған малайҙарҙы тәрбиәгә алғандар.

(Материалдың тулы вариантын "Таң" гәзитенең 83-сө һанында уҡығыҙ).

Арҡа терәр атай ул!
Арҡа терәр атай ул!
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: