Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
29 Ғинуар 2020, 19:40

МАЛАЙҘАР МЕНӘН ТУЛҒАН ДОНЪЯЛА

Әсәйҙәрҙең улдарына ҡарата һөйөүҙәре сикһеҙ була, тинек. Һәм ҡайһы бер әсәйҙәр шул сикте сығып та китә. Аҙыраҡ ҡына тормош тәжрибәләре етмәгәндә, улар килендәрен был һөйөүгә ҡул һуҙыусы итеп тә күреп ҡуя. Шунан китә инде был “мөхәббәт сығанағына” талаш-тартыш. Был да үҙенә күрә бер проблема.

Гөлсимә Иштанованың “Малайҙар тулы донъям” тигән яҙмаһын уҡып, әллә ниндәй уйҙарға төшөп киттем. Матур яҙа был автор, хисле, фекерле генә сыға мәҡәләләре, күҙәтеүҙәре. Әлеге яҙғандарынан “малайҙар әсәһе булыу саҡ ҡына икенсерәк” тигәнен уҡып... әсәйемде иҫләнем. Ул да бер-бер артлы тыуған ете малай әсәһе булды һәм йыш ҡына шул һүҙҙәрҙе ҡабатлай ине. Мин уны “шул малайҙарың...” тип нимәләлер ғәйепләгәндә йәки ризаһыҙлығымды белдергәндә, ул “малайҙар шулай була, улар икенсе була, улар һинең кеүек була алмай” тип аҡлана ине.
Ысынлап та, малайҙар әсәһе, унан егеттәр әсәһе, унан килә ирҙәр әсәһе булыу икенсерәк, ҙурыраҡ, ауырыраҡ яуаплылыҡ ул. Был хәҡиҡәтте мин һәр береһе үҙе “закон” булған уландарының араһында ҡайнап йәшәп ғүмерен үткәргән әсәйем, әле егет ҡорона, үҫмерлеккә аяҡ баҫҡан малайҙарының яйын яйлап бер булған еңгәләрем миҫалында аңланым. “Малайҙар алар тыуғанда ғына дан. Аҙаҡ ғүмер буйы уларға әсәй кәрәк. Ҡыҙҙар тиҙ генә үҙ аллы була ла ҡуя. Малайҙарҙың бит ул ир еткәне лә, бисәлеһе лә һиңә мохтаж”, - ти торғайны әсәйем.
Малайҙар әсәһе булыу ул үҙеңде онотоу тигән һүҙ. Ирҙе аңламаҫҡа ла, уның теләктәрен иҫәпкә алмаҫҡа ла була. Шулай ҙа йәшәй ҡатындар тормошта, була торған хәл. Ә улдарыңдың ундай ихтыяждарын тапай алмай әсәйҙәр. Улар малайҙарының ниндәй холҡон да, ҡыҙыҡһыныуын да, кәйефен дә аңлай, күҙ ҡарашынан тойоп өйрәнә. Һәм шул холоҡҡа көйләнә лә. Ә инде ул малайҙар мәҡәлә авторыныҡы кеүек өсәү йәки беҙҙең әсәйҙеке кеүек етәү булғанда, был әсәй ниндәй сүрәткә инә алырға тейеш булалыр инде, миңә әйтеүе ҡыйын. Ә бит малайҙар улар бәләкәйҙән “ирҙәр” була. Уларҙың һәр береһенең үҙ биләмәһен, үҙ урынын биләгеһе килә. Бигерәк тә әсә йөрәгендә. Улар күп осраҡта ҡатыраҡ, ҡорораҡ, ҡырыҫыраҡ була. Асылып бармайҙар. Шул “йоҙаҡлы” әҙәмдәренең күңеленә инергә ынтыла нишләптер әсәйҙәр ҙә. Үҫә бара улар әсәйҙәрен бөтөнләй үҙ донъяларына яҡын юлатмай ҙа кеүек, әммә һәр береһе килеп ингәндән “Әсәй ҡайҙа?” тип һорай. Иллегә еткән ололары ла. Уларға күҙ күреме арауығында әсәйҙәрен күреп тороу кәрәк, мотлаҡ. Артыҡ һөйләшеп бармағанда ла, аралашмағанда ла, улар шул бәйләнешкә мохтаж.
Ҡыҙҙар менән был хәл икенсе төрлөрәк. Әсәйем әйтмешләй, ҡыҙ балалар иртә ҡул аҫтына инә, улар үҙҙәре үк хәстәрле була. Әсәйҙәренә лә улар күберәк бала булып түгел, ә иптәш, серҙәш булып яҡынлай. Үҙҙәре әсәй булһа инде сабыйҙарына, ғаиләләренә ҡаплана. Ҡыҙ балалар ир балалар кеүек әсәйҙән тик һөйөү генә талап итмәй, улар әсәйҙәренә үҙҙәре үк иғтибар бирә. Мәҫәлән, күп ҡыҙҙар әсәйҙәренең кейемен,сәләмәтлеген ҡайғырта. Яңғыҙ әсәйҙәренең ҡабаттан ғаилә ҡороуына ла ыңғай ҡарай. Ә ир балалар бындайҙы бик ауыр кисерә, хатта күп осраҡта ҡырҡа ҡаршы ла була. Сөнки улар әсәйҙәренә нығыраҡ бәйле, уның энергетикаһын тойоп йәшәй, уларҙа инәһенә ҡарата шәхсилек тойғоһо ныҡ үҫешкән. Халыҡ араһында йөрөгән бер хикәйәттә лә шулай бит: унда ҡыҙ баланың кендек хәтере ун ике йәштә юйыла, бала тапһа бөтөнләй иҫләмәй, ир баланың кендек хәтере үлгәнсе һаҡлана, тиелә.
Тормошта ир-егеттәрҙең проблемалары ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына ҡарағанда байтаҡҡа күберәк тә. Күп кенә яман ғәҙәттәр ҙә ни өсөндөр ир затына йоғоп барыусан. Ҡатындары ирҙәрҙән һәр ваҡыт нимәлер көтә, өмөт итә, талап итә. Бик һирәк кенә ирҙәр психологик рәүештә был баҫымды күтәрә ала. Күтәрә алмағандарының ауырлығы әсәйҙәренә төшә. Әсәйҙәре борсола, ярҙамға ташлана, нисек тә терәк булырға тырыша. Күп әсәйҙәр хатта улдарының проблемаларын үҙ елкәләренә һалып ала. Шулайтып эстән яна-яна, һыҙып ҡына ҡартая ул малайҙар әсәһе.
Ир-егеттәр менән әңгәмәләр үткәргәндә бер нәмәгә иғтибар иттем. Улар ни хәтлем олораҡ, шул хәтлем әсәләре тураһында күберәк һөйләйҙәр. Һәм күптәрендә әсәләренә ҡарата әйтелмәгән һөйөүгә, биреп еткерелмәгән иғтибарға, күрһәтелмәгән хөрмәткә ҡайтып ҡалған үкенес бар. Әсәләрен хәтерләгәндә илап ебәрергә лә тартынмай улар. Шул хәтлем хистәр быуалыр, күрәһең. Был уларҙың күңелендә бер травма һымаҡ йәшәй икән. Ошо тәңгәлдә ҡатындарға бер кәңәш: ирҙәрегеҙҙе әсәйҙәренән айырмағыҙ һәм уның хаҡында насар хәбәр һөйләмәгеҙ. Улар араһындағы ептәрҙе шатырлатып өҙөү уларҙың икеһен дә бик тәрән рәнйетеү ул. Ир кеше быны бер ваҡытта ла онотмаясаҡ та, ғәфү лә итмәйәсәк. Ул йөрәгендә ошо рәнйеште мәңге алып йөрөп, шуның менән китеп тә барасаҡ.
Әсәйҙәрҙең улдарына ҡарата һөйөүҙәре сикһеҙ була, тинек. Һәм ҡайһы бер әсәйҙәр шул сикте сығып та китә. Аҙыраҡ ҡына тормош тәжрибәләре етмәгәндә, улар килендәрен был һөйөүгә ҡул һуҙыусы итеп тә күреп ҡуя. Шунан китә инде был “мөхәббәт сығанағына” талаш-тартыш. Был да үҙенә күрә бер проблема.
Һүҙемде йомғаҡлап, мин мәҡәлә авторы Гөлсимә Иштанова менән килешәм, тип әйтергә теләйем. Малайҙар ысынлап ла әсә өсөн тышта ла, эстә лә, башта ла, йөрәктә лә... бар доняъны биләй улар. Үҙемә малайҙар әсәһе булырға яҙмаһа ла, мин был күренеште йылдар ағымында күҙәткәнмен. Әсәйемдең малайҙарына булған оло һөйөүенән, хатта үҙ-үҙен ҡорбан иткән һөйөүенән нисек араларға, аярға белмәй өҙгөләнгәнмен. Тик ҡотҡара алманым. Ул шул һөйөүендә янып-көйөп, арып-талып, бәлки үҙенсә бәхетле лә булып йәшәп, баҡыйлыҡҡа күсте. Үҙе әйткәнсә, ҡыҙҙар теге донъяла әсәйҙәрен танымай, малайҙар танып килә, ти... Тимәк, теге донъяла ла ул шул һөйөүенә өмөт итә. Шунан, үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ...
Читайте нас: