Кисә атайымдың тыуған көнө булды. Һау булһа, ике һигеҙле булыр ине... Бөгөн – Тайфур улымдыҡы. Беҙҙең ғаиләлә тыуған көндәр, ниңәлер, шулайыраҡ: кемдеңдер тыуған көнө эргәһендә икенсенеке. Аллаһтың бер хикмәтелер инде.
Атайымдың беҙгә биргән һабаҡтары ғүмерлек булды.
Беренсеһе – кеше нәмәһенә бер ваҡытта ла теймәгеҙ, хатта энә, шырпы кәрәкһә лә һорап алығыҙ. Әгәр кеше нәмәһенә тейһәгеҙ, ҡулығыҙҙы яндырам (быны һүҙ менән генә әйтеп ҡалмай, һоҫҡо менән мейестән тере ҡуҙ алып күрһәтә – усығыҙға һалам, тей).
Икенсеһе – кешегә бер ваҡытта ла ҡул күтәрмәгеҙ, теймәгеҙ, әммә бер сикәгеҙгә һуҡһалар, икенсеһен һуҡ тип ҡуйып тормағыҙ.
Өсөнсөһө – үҙегеҙ ашарға ултырырҙан алда эткә, бесәйгә ашарға һалығыҙ – улар кеше көнлө.
Дүртенсеһе – малды мал итеп ҡарағыҙ, һыуһап йә ас тормаһын, аҫтын матур итеп таҙартығыҙ (үҙе ҡыш көнө төнләтеп кенә һунарҙан ҡайтһа ла, бәғзе саҡ фонарь яҡтыртып һарайҙарҙы беҙ нисек таҙалағанды йыбанмай сығып тикшерә ине).
Бишенсеһе – өҫтәл артында туйғансы ултырып ашағыҙ, һуңынан, асығыпмы- холоҡһоҙланыпмы өҫтәл эргәһенә элмәндәп йөҙ килеп йөрөмәгеҙ һәм, бәғзе кеше балалары кеүек, торған килеш икмәк ашап йөрөмәгеҙ.
Алтынсыһы – шапылдап һағыҙ сәйнәмәгеҙ, өй ҡыйҙап симешкә сирмағыҙ (ошо ике нәмәне атай уғата яратманы, шуға мин әле лә һағыҙ сәйнәргә, көнбағыш ярырға яратмайым).
Етенсеһе – иртә тороғоҙ, елкәгеҙгә ҡояш төшкәнсе ятмағыҙ (атайға ярар, унан “Айгөлөгөм дә торған икән!” тигән маҡтау һүҙен ишетер өсөн мин, йоҡом килһә лә, башҡаларҙан иртә тора инем, атайым кешене артыҡ маҡтаманы, ҡупайтманы, ҡырыҫыраҡ булды, ошо һүҙе миңә иң ҙур маҡтау һүҙе ине).
Һигеҙенсеһе – тышҡа сыҡҡан һайын буш инмәгеҙ, утын күтәреп инегеҙ (был ғәҙәт әле булһа ла һаҡлана миндә).
Туғыҙынсыһы – кеше килһә, һаулыҡ һорашығыҙ, яҡты йөҙ күрһәтегеҙ, боролоп китмәгеҙ, сәйгә әйҙүкләгеҙ, ололар һүҙен тыңлап, кешегә тексәйеп тормағыҙ – сығып китегеҙ йә төпкө бүлмәлә шым ултырығыҙ (эй кеше килгәнен ярата инек, сөнки кеше килһә, атайҙың ошо законы буйынса беҙ тышҡа сығырға тейеш – рәхәтләнеп уйнайһың).
Туғыҙ балаға – туғыҙ дөйөм һабаҡ. Яҙылмаған, әммә һис шикһеҙ үтәй торған закон. Ошоларҙы беҙ тайпылышһыҙ үтәнек. Үтәмәһәк, әсәйем менән ишек яңағындағы сыбыҡ еренә еткертте, үтәтте.
Атайға ҡаршы һүҙ әйтеү, ул әйткәнде үтәмәү тигән нәмә була икән, тигән уй ҙа башҡа ла инеп сыҡманы.
Бөгөнгө балаларға, йәшәйеш-торошҡа, бала – ата-әсә мөнсәбәтенә ҡарайым да, бер Аллама шөкөр итәм – беҙгә ҡалай шәп, аҡыллы, һабаҡтары ғүмергә етерлек атай бирән, тип. Һәм йәндәре йәннәттә булһын Рәжәп Тайып улының, тип доға ҡылам...