Кисәге "ТАҢ"да Таңһылыу Баһауетдинованың "Вандалдар ҡайҙан барлыҡҡа килә?" тигән мәҡәләһен уҡып, байтаҡ уйға сумып йөрөлдө. Өләсәйемдең:"Көс һалғанға үс һалып булмай", -тигән аҡыллы һүҙҙәре иҫкә төштө. Берәй эш эшләр булһаҡ:" Ашағанда ла, эшләгәндә лә ҡулдарҙың күп булыуы яҡшы, әйҙә, бергәләп эшләйек: көс һалғанға үс һалып булмай ул", -ти ҙә ҡабатлай торғайны.
Мин, бала ғына аҡылым менән, уның был һүҙҙәрен ысын асылында аңлап бөтмәй инем, әммә күмәк эштең файҙалы икәненә төшөнөп үҫтек: өләсәй беҙҙе муйылға алып китер, әммә ағасын быстырмаҫ-йыҡтырмаҫ, эйелтеп тирҙерер ине, колхоз баҫыуына симешкәгә барғанда ла бөтә яланды тапатмай, бер һуҡмаҡтан ғына үткәрер ине, дарыу үләндәрен йыйғанда ла, орлоҡҡа ҡалһын, тип, вис һыпыртмаҫ ине... Ошо бит үҙе тәрбиә булған.
Тағы: ҡыш етһә, беҙ, үҙебеҙҙең урам балалары, үҙебеҙгә һырғалаҡ (трамплин менән) яһап алыр инек. Кистән ҡотоҡтан һыу ташып ҡойоп, һырғалаҡтың йөҙөн туңдырып ҡуябыҙ. Ситенән киртеп "һикәлтә" яһайбыҙ - еңел менер өсөн. Берәү ҙә һырғалаҡты боҙмай, сөнки ул күмәк көс менән эшләнә. Аҙаҡ рәхәтләнеп шыуабыҙ - күмәк көстөң емеше татлы!
Яңы йылға шыршыны ла мәктәптең (башланғыс мәктәптә 3-сө класс була инде) өлкәнерәк класс малайҙары йә уҡытыусы ағай, йә берәй оло кеше менән үҙҙәре урмандан көрт йырып барып ала, беҙ уны ҡағыҙҙан сынйырҙар эшләп (елем булмаһа, кәртүк менән йәбештереп) ярышып-ярышып биҙәй инек. Күмәк көс менән эшләнгәс, шыршының тәсәйҙәренә лә теймәйҙәр ине. Бына бит тәрбиә ҡайҙа булған!
Быны ниңә яҙам һуң? Хәҙер бит балаларға бөтә уңайлыҡты, матурлыҡты ололар булдыра. Ҙур аҡса, көс түгеп. Тегеләргә уйларға, көс һалырға ла түгел. Эйе, балалар - беҙҙең киләсәк, уларға бөтә нәмә яҡшы булырға тейеш. Әммә ошондай эштәрҙә улар үҙҙәре лә ҡатнашһа, һис юғында тамаша ҡылып торһа, әлеге вандализмға барырҙар инеме икән?
Закон ҡушмай, улай ярамай, тиерһегеҙ. Закон бит вандализм ҡылырға ла ҡушмай. Бала тәрбиәләгәндә файҙа бирер алымдарҙың бөтәһен ҡулланыу шарт. Бөгөнгө балаларға иң етешмәгән нәмә - ЭШ. Уйнап, уйлап та эш эшләтергә, эштә ҡатнаштырырға мөмкин. Һис юғында анау боҙ ҡаласығын ағай-атайҙар эшләгәндә бына матурлыҡ шулай тыуа, тип, экскурсияға алып килергә булалыр баҡса, мәктәп балаларын.
Күмәкләп тәрбиәләйек, бер тәрбиәсе, уҡытыусыларға һылтанмайыҡ, киләсәкте тәрбиәләү - дөйөм эш.