“Ағиҙел” ял һәм һауыҡтырыу лагеры базаһында үҫмерҙәрҙе хәрби тормошҡа әҙерләү маҡсатын күҙаллаған хәрби йыйында быйыл район мәктәптәренән 25 10-сы синыф егете 13 майҙан 17 майға тиклем әрме тормошо үтте.
Мәктәптәрҙең ОБЖ уҡытыусылары – взвод командирҙары, тренерҙар етәкселегендә егеттәр тигеҙ итеп сафта йөрөү, граната ташлау, утлы ҡорал, радиацион, химик, биологик һаҡланыу саралары менән эш итеү, командующий менән һөйләшеү ҡағиҙәләрен өйрәнәләр, наряд төрҙәрен башҡаралар, физик нормативтар тапшыралар.
- Быйылғы йыйында балалар һаны әҙерәк. Әлбиттә, элегерәк уҡыусылар күп ине. Ярыш сәме лә көслө булды. Егеттәр был мәктәптә күп нәмәгә өйрәнеп, дуҫлашып ҡайталар, артабан да аралашып торалар. Хеҙмәткә саҡырылғанда бер нисә егет бер хеҙмәт итеү урынына тура килеү осраҡтары ла бар.
Физик әҙерлек буйынса начальник урынбаҫары Р. Йәмилев ГТО нормативтарын ҡабул итте. Егеттәр һынатманы. Хәрби күнекмәләрҙән һәм спорт ярыштарынан тыш, төрлө мәҙәни саралар ҙа ойошторолдо. Егеттәр өсөн “Мәсем” үҫмерҙәр клубы төрлө уйын-конкурстар үткәрҙе. Шулай уҡ район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре концерт күрһәтте. “Урал” ФОК-ына бассейнға ла барҙылар. Хәрби йыйынды ябыу тантанаһында күрһәткестәре буйынса иң яҡшы әҙерлекле тип табылғандарға грамоталар биреү ҡаралған, шулай уҡ иң яҡшы хеҙмәткә саҡырылыусыны ла билдәләйәсәкбеҙ, - тине хәрби йыйын начальнигы Айрат Сәлихов.
Биш көн дауамында иртәнән кискә тиклем хәрби хеҙмәт тормошоноң нигеҙҙәрен өйрәнгән уҡыусылар өсөн хәрби йыйын бик яҡшы мәктәп. Бында балалар тәртипкә, тиҙ ҡарар ҡабул итергә, теоретик белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәнә. Уҡыусылар ил һаҡсыһы булыуҙың еңел бурыс түгел, әммә мөһим икәнлеген аңлайҙар.