Ғәйебеңде таныу – ярты төҙәлеү.
Кеше холҡон күҙәт, үҙеңдекен төҙәт.
Малайға тәрбиә биреп - ил тәрбиәләйһең,
Ҡыҙға тәрбиә биреп - милләт тәрбиәләйһең.
Ошо мәҡәлдәргә ҡарап ҡына ла әллә ниндәй юғары белемдәргә эйә булмаған боронғоларҙың ҡайһы тиклем аҡыллы, аңлы булғанына, был ябай ғына мәҡәлдәрҙең һәр ҡайһыһының асылында тәрән аҡыл, ғилем, тәрбиә ятҡанына һоҡланаһың.
Үткән йомала Яңы Усман мәктәбендә үткән “Киләсәк быуынды тәрбиәләүҙә мәктәп һәм ғаиләнең берҙәмлеге” темаһына “түңәрәк өҫтәл” дә тәрбиә темаһына арналды. Унда Байғаҙы, Әтек ауылдарынан ата-әсәләр комитеттары ағазалары, мәктәп етәкселәре, йәмәғәт инспекторҙары саҡырылғайны. Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуғын яҡлау буйынса комиссия сәркәтибе Л. Тажитова, Иҫке Собханғол мәктәбе директоры Ә. Әбдрәхимов, психолог Н. Ырыҫйәнова, Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы А. Мәжитов, район “Ағинәйҙәр” ҡоро ағзаһы А. Ғарифуллина, ата-әсәләр комитеттары ағзалары, йәмәғәт инспекторҙары ҡатнашты.
Мәктәпкә барып ингәс тә йылылыҡ, ихласлыҡ сорналышына эләгеүең бында берҙәм, татыу, үҙ эштәрен яратып башҡарыусы коллектив тупланғанына дәлил. Коридорҙа шаулап сәскә атып ултырған гөлдәр үҙҙәре үк балаларҙың тәртипле булыуына ишара. Коллектив уҡыуҙар бөткәс Башҡортостаныбыҙҙың берәй мөйөшөнә сәйәхәт ҡылыуҙы, тәбиғәткә йәйге һәм ҡышҡы экскурсияларҙы йола итеп алған. Балалар менән берлектә бик күп матур саралар, экскурсиялар (тимур командаһы, заказникка сәйәхәт, тирә-яҡты таҙартыу, ҡышҡы осорҙа ҡоштарға ярҙам итеү, яҙғыһын уларға оя эшләү һ.б.) ойошторола. Февраль айында, сәләмәт тормошто пропагандалау маҡсатында, Әтектән, Байғаҙынан ҡунаҡтар саҡырып, волейбол ярыштары ла үткәргәндәр.
“Түңәрәк өҫтәл” форматындағы осрашыу тәмәкенең, араҡының һәм наркотиктарҙың зыяны тураһында ролик ҡарауҙан башланды. Артабан был сараны бик ентекле һәм йөкмәткеле итеп әҙерләп алып барыусы Клара Ишморатова ҡунаҡтарға һүҙ бирҙе. Башта йәмәғәт инспекторҙарының сығыштары тыңланды.
Яңы Усман мәктәбенән Наилә Ишбулатова:
- Әлеге ваҡытта Яңы Усман мәктәбе буйынса 1 опекун ғаилә бар, ике ғаилә һәм ике уҡыусы иҫәптә тора. Бынан тыш, 3 бала мәктәп эсендәге иҫәпкә алынған. Был юҫыҡта байтаҡ эштәр эшләнә: класс етәкселәре менән берлектә айына бер тапҡыр ауыр ғаиләләргә йөрөп сығабыҙ, ярҙам күрһәтәбеҙ, тәрбиә темаһына һөйләшеүҙәр үткәрәбеҙ, - тине.
- Ата-әсәнең бала алдында мотлаҡ үтәлергә тейешле өс бурысы бар: уға матур һәм мәғәнәле исем һайлау; баланың кем менән дуҫ булыуына диҡҡәт итеү; мәле еткәс, лайыҡлы тормош юлдашы һайлашырға ярҙам итеү.
Беҙҙең ауыл ата-әсәләре тәүге бурыстарын яҡшы үтәйҙәр, тиергә нигеҙ бар – беҙҙең мәктәптә Морат, Байегет, Гөлсибәр, Нурия, Алтынай, Ильяс, Зөбәржәт, Йәнгир, Йәҙгәр, Әлфинә, Динислам, Нургиз һ.б. исемле балалар белем ала. Улар артынан Әлфиә, Арыҫлан, Хазина, Илназ, Ғаяндар килергә тора. Шул уҡ ваҡытта уҡыусылар араһында әҙәпһеҙ ҡыланып, ололар хәбәрен һөйләп, мин-минләнеп йөрөгән балалар ҙа булыуы уйға һала, һағайта. 2007-2017 йылдарҙа бер бала ла иҫәптә торманы. Бөгөн 1 уҡыусы хәүеф төркөмөндә, 2 уҡыусы шартлы рәүештә иҫәптә тора, - тине Әтек мәктәбенән Гөлгөнә Байморатова.
Байғаҙынан Нәзирә Сабитова быға тиклем ике ғаилә иҫәптә торғанлығын, тәртиптәре яҡшырғас, берәүһенең иҫәптән төшөрөлөүен әйтеп үтте.
Артабан өс мәктәптең директорҙары һүҙ тотто. Әтектән З. Күжәбаев бөгөн тәрбиәнең, нигеҙҙә, мәктәпкә генә япһарылып ҡуйылыуын, ә балаға төп тәрбиәне ғаилә бирергә тейешлеген билдәләһә, Байғаҙы мәктәбе етәксеһе М. Кәбирова ла ошо уҡ фекерҙе әйтеп, ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләүҙәрен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Ата-әсәләр менән бәйләнеш беҙҙә балалар баҡсаһынан уҡ башлана. Ата-әсәләргә балаларҙың мәктәптән һуңғы, өйҙәге ваҡытын дөрөҫ итеп ойоштороу мөһим.
Эскелеккә ҡаршы көрәштең дә һөҙөмтәләре күренә башланы. Был тәрбиәгә лә ыңғай йоғонто яһай. Беҙҙең мәктәптә тәмәке тартҡан балалар юҡ. Дәрестәргә һуңлап килеүҙәре сәбәпле мәктәп эсендәге иҫәпкә ҡуйылыусылар бар. Бының сәбәбе әлеге лә баяғы ата-әсәнең битарафлығына, эскелегенә барып бәйләнә. Һәр ата-әсә балаһына үрнәк булырға тейеш, - тине Яңы Усман мәктәбе директоры Илдар Шәкирйән улы.
Яңы Усман ауылынан ата-әсәләр комитеты ағзаһы Таңһылыу Мәзитованың сығышы ла фәһемле булды.
Байғаҙынан Ә. Хәмиҙуллина менән Әтектән Г. Баймөхәмәтова ла, әсәйҙәр булараҡ, үҙ фекерҙәрен белдерҙе.
А.Ғарифуллина үҙ сығышында балаларға эш тәрбиәһе етешмәүен, бәләкәй генә эш ҡушһаң да, балалар хеҙмәтен файҙаланыу тип аталыуын, бөгөнгө закондарҙың балаларҙы теплица шарттарында тәрбиәләүгә иҫәп тотоуын әсенеп телгә алды.
- Беҙ интернатта ятҡанда арҡыры бысҡы менән утын да быстыҡ, һыу ҙа ташыныҡ. Беребеҙҙең дә ата-әсәһе, баламды эшләтәһегеҙ, тип сарбайлап сыҡманы. Бөтә нәмә ғаиләнән башлана. Бөгөнгө ата-әсәләр балаға тәрбиә бирергә ваҡыт тапмаһа ла, сериалдар ҡарарға ваҡыт таба. Бәләбеҙҙең башы – битарафлыҡ. Иң ҙур байлыҡ – иман. Балаларыбыҙҙы иманға өйрәтмәй тороп, уларҙан яҡшы ғәмәлдәр көтә алмаясаҡбыҙ, - тине ул.
Байғаҙы ауыл хакимиәте башлығы Азат Ғәле улы биләмәлә эскелек буйынса эштәр алып барылыуын телгә алды:
- Депутаттар менән ҡарар ҡабул иттек. Бынан ары беҙҙең биләмәлә хәмер һатылыусы сауҙа нөктәләре мәктәптән, балалар баҡсаһынан 850 метрҙан да яҡыныраҡ ерҙә урынлашҡан булырға тейеш түгел. Әгәр ул боҙолһа, хужаларға ҙур күләмдә штрафтар һалынасаҡ.
Нәзирә Сабитова Байғаҙыла һуңғы арала көмөшкә, ялған араҡы һатыусыларҙың кәмеүен телгә алды.
Бәлиғ булмағандар эштәре һәм уларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса комиссия сәркәтибе Ләйсән Шәкирйән ҡыҙы әлеге ваҡытта район буйынса 48 ғаиләнең иҫәптә тороуын, уларҙа 125 бала тәрбиәләнеүен әйтте һәм уларҙың сәбәптәрен тәғәйен миҫалдар менән нығытты, ата-әсәләргә, уҡытыусы-тәрбиәселәргә кәңәштәрен еткерҙе.
Кәңәшмәлә балалар араһындағы төрлө насар ҡылыҡтарҙың артыуының сәбәбе балаларға эш етешмәүгә, телевизорҙан барған төрлө тапшырыу-сериалдарға, компьютер-гаджеттарға бәйле булыуы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Иҫке Собханғол урта мәктәбе директоры Әхәт Әбдрәхим улы ла тәрбиә тураһында үҙ фекерен белдереп, проблеманың беҙҙең көнитмешкә, йәшәү кимәленә бәйле булыуын билдәләне.
Ҡыҫҡаһы, барыбыҙҙы ла борсоған мәсьәләне яңы усмандар кәңәш ҡорона сығарып, ҙур эш башҡарҙы.
Эйе, беҙҙең балаларҙың әҙәпһеҙ, хатта холоҡһоҙ ҡыланыуына мәктәп ғәйепле түгел, беҙ үҙебеҙ ғәйепле: ҡайһы берәүҙәребеҙ балаһы насар билдә алып ҡайтһа ла, уҡытыусыны бала алдында тикшерә башлай; уҡытыусы саҡ ҡына тауыш күтәрһә, яр һалып, баланың алдынан алабыҙ. Тәртипһеҙ бала уҡыусы сағында мәктәптең проблемаһы булһа, аҙаҡ бит ата-әсәнең үҙенең баш бәләһенә әйләнеүе ихтимал. Йәнә, теләйбеҙме-юҡмы, бөгөн мәктәптә ярлылар һәм байҙар ҡатламы барлыҡҡа килде. Ата-әсәһе хәллерәк балалар араһында үҙҙәрен “текә” тотоп, башҡаларҙы, хатта уҡытыусыны һанға һуҡмаусы, кәмһетеүселәр бар. Ошо мәсьәләләр ҙә Яңы Усмандар форматында һөйләшеү, кәңәшләшеүҙәр көтә. Яңы Усмандағы кәңәшмәнең ҡоро сығыштарға ғына ҡоролмауы, ә тере аралашыу, кәңәшләшеү, хатта ниндәйҙер һорауҙар буйынса бәхәсләшеү форматында барыуы уны отошло итте. Трибуна артына баҫып, ҡатнашыусыларға өҫтән, алыҫтан ҡарап түгел, ә күҙгә-күҙ ҡарашып аралашыу отошлораҡ икән, тигән фекерҙә ҡалды ҡорҙа ҡатнашыусылар.
Кәңәшмәнең ҡарары ҡабул ителде.
Сараның икенсе өлөшөндә Байғаҙы, Әтек, Яңы Усман ата-әсәләре өс командаға бүленеп, мәктәптең спорт залында зыу килеп ярышты. Мәктәптең физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Факил Мәжитов бик ҡыҙыҡлы спорт уйындары планлаштырған ине. Сәмле ярыштарҙа Яңы Усман командаһы лайыҡлы рәүештә беренсе урын яуланы. Әтектәр – икенсе, Байғаҙылар, саҡ ҡына ҡалышып, өсөнсө урынға сыҡты. Хәйер, урындамы һуң эш, иң мөһиме, берҙәмлеккә ҙур ғына аҙым яһаны улар.
Ошондай ҙур сараны ойошторған Яңы Усман мәктәбе коллективына (етәксенән башлап һәр кем үҙ тапҡырында тырышҡанлығы күренеп тора) афарин, тиергә генә ҡала. Мәктәп һәм ата-әсәләр баланы бер һүҙҙән булып бергә тәрбиәләгәндә генә һөҙөмтәгә ирешергә мөмкин, тигән фекер кәңәшмәлә ҡыҙыл еп булып үтте. Ә арбаны берәү алға, икенсе берәү артҡа тартһа, йөк ҡуҙғалмаясаҡ.