Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
24 Ғинуар 2018, 12:06

Әкиәт тә тәрбиәсе

Беребеҙгә лә сер түгел - һәр кемебеҙ бала саҡта өләсәй-әсәйҙәрҙең әкиәттәрен тыңлап үҫтек.

Беребеҙгә лә сер түгел - һәр кемебеҙ бала саҡта өләсәй-әсәйҙәрҙең әкиәттәрен тыңлап үҫтек.

Әкиәтте яратмаған бала юҡ. Бөгөн ошо хикмәтле, тылсымлы жанрҙы заманса йәнһүрәттәр алмаштыра. Уларҙағы геройҙарҙы бәғзе ваҡыт беҙ, ололар, таный һәм аңлай алмай бер булабыҙ, әммә кескәй балалар тәбиғи отҡорлоғо менән уларҙы тиҙ иҫендә ҡалдыра.

Әкиәттәрҙе балаларҙың йәш үҙенсәлеген, аң кимәлен дөрөҫ тоҫмаллап һөйләү, уҡыу мөһим. 3-4 йәшлектәргә тота килеп герой-персонаждары күп һәм ҡатмарлы сюжетлы әкиәттәрҙе һөйләү балаларҙың башында буталсыҡ тыуҙыра - улар әкиәтте ҡабул итә алмай яфалана. Әкиәттәрҙе образға инеп, тасуири итеп һөйләгәнде, уҡығанды ярата балалар. Ҡул хәрәкәттәре, мимиканы ҡушһаң, тағы отаһың - балалар әкиәт иленә бөтөнләй инеп китә. Шуға күрә һәр тәрбиәсегә үҙенең төп һөнәре менән бер рәттән әртис була алыу һәләте лә кәрәк.

Мәҫәлән, «Зөһрә ҡыҙ» әкиәтен һөйләү балаларҙа миһырбанлыҡ, көсһөҙҙәргә ҡарата йәлләү тойғоһо уятып, кескәйҙәрҙә кешелеклек сифаттары тәрбиәләй, «Ҡамыр батыр»ҙы уҡыу һәр йәһәттән сос, өлгөр булырға өйрәтә, рух ныҡлығы, маҡсатҡа ынтылыш тәрбиәләй. Рус халыҡ әкиәте «Шалҡан»ды, «Йомро икмәк»те һөйләгәндән һуң уны балалар менән сәхнәләштереп ҡарау отошло - балалар шунда уҡ ролгә инеп китә, персонаждарҙың урындарын юрый ғына «бутаһаң», шундуҡ төҙәтеп ҡуялар. Әкиәттәрҙе балаларҙан һөйләтеү уларҙың хәтерен нығыта, фекер ҡеүәһен, телмәрен үҫтерә. Үҙҙәре белгән әкиәтте һөйләһәң дә балалар шатлыҡ кисерә - комментарийҙар биреп, үҙҙәренең белгәненә ҡыуанып, йөҙҙәренә «миңә был күптән таныш» эмоцияһын сығарып тыңлайҙар.

Белеүебеҙсә, бөтә әкиәттәр тиерлек берәй мажараға, тылсымға, яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңеүенә ҡоролған. Йәш үҙенсәлегенә бәйле әкиәтте ысынбарлыҡтай итеп ҡабул итеүсе балалар шул әкиәт геройҙарының тормошо менән йәшәп ала: улар өсөн борсола, шатлана. Шуға күрә бөгөнгө мәғлүмәт ифрат күп заманда балаларға туған телдәге барыбыҙға таныш әкиәттәрҙе һөйләү отошло.Башҡорт халыҡ әкиәттәренең күпселеге яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңеүенә, батырҙарҙың хаҡлыҡ өсөн көрәшенә ҡоролған. Ул әкиәттәр барыһы ла бер төрлөрәк тигәндәй башланып китһә лә, уларҙа барыбер дөрөҫлөк, аҡыл, берҙәмлек, миһырбанлыҡ, кешелеклек еңә. Үҙ халҡыңдың әкиәттәре баланың булмышына яҡын, сөнки донъяны ҡабул итеү бала тыуған ерлеккә, ул үҫкән мөхиткә бик бәйле. Шуға күрә балалар сит илдең телгә йоҡмаҫ исемле йәнһүрәт геройҙарына ҡарағанда үҙебеҙҙең ябай, әммә күңелгә, ҡанға, рухҡа яҡын әкиәт геройҙарын үҙ күрә. Ата-әсәләр ҙә балаларына үҙебеҙҙең башҡорт халыҡ әкиәттәрен күберәк һөйләһә, рус халыҡ әкиәттәренә мөрәжәғәт итһә, отолмаҫтар, сөнки улар аша илһөйәрлек, телһөйәрлек, рух та тәрбиәләнә. Балалар үҙ халҡының ысын геройҙарын да, әкиәт геройҙарын да белеп үҫергә тейеш. Сөнки әкиәттәр аша балаға милли телдең аһәңе, уның һуты, үҙ халҡыңдың быуаттар буйы тупланған аҡылы ла һеңдерелә.

Айгүзәл ҒАРИПОВА,
Яңы Собханғол балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Читайте нас: