Бөтә яңылыҡтар
Тәрбиә
10 Ғинуар 2018, 16:45

Бала насар һөйләшһә

Әгәр бала ваҡыты етеп тә телмәр үҫешендә ҡалыша, һүҙлек байлығы бер нисә һүҙҙән генә тора, йәиһә бала бер туҡтауһыҙ тәтелдәй, әммә телмәре бөтөнләй аңлайышһыҙ икән, өлкәндәргә уйланырға урын бар.

Бөгөнгө көндә балаларҙың телмәр үҫешенең боҙолоуы, ундағы төрлө тайпылыштар етди проблема булып тора. Бының төп сәбәптәре - балалар менән етерлек кимәлдә аралашмау, уларҙың компьютер, телевизор менән артыҡ мауығыуы.
Телмәрҙең формалашыуы баланың дөйөм үҫешендә мөһим роль уйнай. Ваҡытында үҫешкән телмәр баланың бөтә психикаһын үҙгәртә, уға тирә-яҡ мөхитте яҡшыраҡ ҡабул итергә мөмкинлек бирә.
Әгәр бала ваҡыты етеп тә телмәр үҫешендә ҡалыша, һүҙлек байлығы бер нисә һүҙҙән генә тора, йәиһә бала бер туҡтауһыҙ тәтелдәй, әммә телмәре бөтөнләй аңлайышһыҙ икән, өлкәндәргә уйланырға урын бар. Был осраҡта белгестәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ғәҙәттә, балаға 5-6 йәш булһа ғына логопедҡа мөрәжәғәт итәләр. Әммә телмәр үҫеше боҙолоуының ауыр осраҡтарында был осор бик һуң була. Был ваҡытта инде дөрөҫ формалашмаған өндәрҙе, һүҙҙәрҙе төҙәтергә тура килә.
Телмәр үҫешенең ҡул суҡтары менән бәйлелеге ғалимдар тарафынан күптән иҫбат ителгән.
Ҡул суҡтарының үҫешкәнлеге, бармаҡтар хәрәкәтенең камиллығы бала телмәренең формалашыуына, ә телмәр, үҙ сиратында, фекерләү ҡеүәһен, иғтибарҙың, хәтерҙең үҫеүенә булышлыҡ итә. Бына ни өсөн баланың ваҡ моторикаһын үҫтереү күнегеүҙәрен үтәү мөһим.
Баланың ҡул суҡтарын үҫтереүҙе иртә йәштән башларға кәрәк. Йәш ярымда баланың бармаҡтарын ипләп кенә бөкләтеп-яҙып күнектерергә, бармаҡ остарынан өҫкә табан еңелсә һыйпарға мөмкин.
Бала үҫә бара тәҡдим ителгән уйынсыҡтар бирергә, күнегеүҙәр үтәргә мөмкин: конструктор ярҙамында йыйыу, һүрәт төшөрөү, ҡайсы менән киҫеү, ярмалар сүпләү, төймә элеү, пластилин (ҡамыр) менән әүәләү бармаҡтарҙың көсөн үҫтереүгә булышлыҡ итә.
Әлбиттә, бармаҡтарҙың тилберлеге телмәр үҫешенең берҙән-бер сәбәпсеһе түгел. Көндәлек тормошта бала менән етерлек кимәлдә аралашыу мөһим. Сөнки өлкәндәр менән аралашҡанда баланың һүҙ байлығы арта, ул өндәрҙе дөрөҫ әйтергә, бәйләнешле итеп һөйләргә, теге йәки был һорауҙар буйынса үҙ фекерен әйтергә өйрәнә, аралашыуҙан кинәнес ала.
Бала менән һөйләшкәндә шуны онотмағыҙ - ул һөйләшергә иң тәүҙә һеҙҙән өйрәнә. Һеҙ – улар өсөн өлгө. Шуға күрә телмәрегеҙ тыныс, аныҡ һәм дөрөҫ төҙөлгән булырға тейеш.
Бала менән “балаларса” телде боҙоп һөйләшеү – хата. Беренсе көндән үк бала һеҙҙән матур, саф әсә телен ишетһен.
Балаға әкиәттәр, шиғырҙар уҡығыҙ. Хатта бәпестәргә лә. Ул әле бәләкәй, аңламай, тип уйлағандар хаталана. Әкиәттәр, йырҙар бишектәге сабыйға аңлаһын өсөн көйләнелмәй, был уға мейеһе үҫһен, ваҡытында теле асылһын, туған теленең ауаздарын тойһон өсөн кәрәк.



Зәлиә Баймырҙина,
Тимер балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Читайте нас: