Төҙөлөш
6 Октября 2025, 03:50

Радий Хәбиров Бөрйән аша Белоретҡа яңы юл ҡайҙан үтәсәген күрһәтте

Был юл Өфө – Инйәр – Белорет  трассаһына альтернатива буласаҡ.

Радий Хәбиров Бөрйән аша Белоретҡа яңы юл ҡайҙан үтәсәген күрһәттеРадий Хәбиров Бөрйән аша Белоретҡа яңы юл ҡайҙан үтәсәген күрһәтте
Радий Хәбиров Бөрйән аша Белоретҡа яңы юл ҡайҙан үтәсәген күрһәтте

Был юл Өфө – Инйәр – Белорет  трассаһына альтернатива буласаҡ.

Башҡортостан Башлығы картала яңы юлдың ҡайһы тирәнән үтеүен күрһәтте.

-Әлеге ваҡытта беҙҙең планда - уны Үрге Әүжәнгә һәм Ҡағыға тиклем еткереү. Шулай итеп, беҙ Өфө – Инйәр – Белорет трассаһына альтернативаға эйә буласаҡбыҙ. Юлдың бер өлөшө асфальтланған да инде, участкаларҙың береһендә эштәр бара. Артабанғы этап – иң оҙоно, 50 саҡрым. – тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе проекттың бер нисә йылға иҫәпләнгән булыуын әйтте.

-Иң мөһиме – финанслауҙы өҙмәҫкә һәм эште туҡтатмаҫҡа, йыл һайын алға хәрәкәт итергә, - тип иҫәпләй республика етәксеһе.

“Башинформ”дан.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас