Йыйылыш ваҡытында ауыл халҡы урамдың был өлөшөндә тротуар кәрәклеге, хәүефһеҙ йәйәүлеләр зонаһы булдырыу мәсьәләһен күтәргәйне. Ысынлап та, тротуар булмауы халыҡтың, шул иҫәптән мәктәпкә йөрөгән балаларҙың да хәүефһеҙлеген ҡурҡыныс аҫтына ҡуя ине.
Ошо көндәрҙә Салауат урамында, Ленин урамына боролош урынын да индереп, 126 метр оҙонлоҡтағы тротуар һалынды.
-Юл төҙөү-төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән участкаһы хеҙмәткәрҙәренә башҡарған эштәре өсөн ҙур рәхмәтемде белдерәм. Яңы тротуар йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеген тәьмин итә, шулай уҡ ауылдың йөҙөн дә матурайта, - ти район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин.