Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
15 Апрель 2025, 08:30

Юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды

Район хакимиәте башлығы Р. Абдуллин етәкселегендәге 14 апрелдә үткән сираттағы киңәйтелгән оператив кәңәшмә ҡотлауҙарҙан башланды. Яҙғы ташҡын осоронда ярҙам күрһәткән әүҙем граждандарға, Әбйәлил юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының Бөрйән районы участкаһының бер төркөм хеҙмәткәрҙәренә күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре һәм өлгәшкән уңыштары өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарын тапшырылды.

-Барыһына ла ҙур рәхмәт, ныҡлы һаулыҡ, именлек, артабан да эштәрендә уңыштар теләйем.
Кәңәшмәлә райондағы оператив хәл торошо, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ағымдағы хәл ҡаралды.
Район биләмәһендә янғын сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында профилактик рейдар дауам итә. Үткән аҙнала рейдтар барышында профилактика төркөмдәре 62 өйҙә булды, 210 гражданға инструкция үткәрҙе, 9 янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйылды. Әммә шул уҡ ваҡытта Ҡолғана ауылында 1 янғын осрағы ла теркәлгән. Ауыл хакимиәтенең ирекле янғын һүндереү командаһы ваҡытында янғынды күреп, һүндерергә ярҙам итә. Ауыл хакимиәтенә, әүҙем ауыл халҡына иғтибары, ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерәм. Район халҡын янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡырам. Газ, электр ҡоролмаларының, мейестәрҙең, мөрйәләрҙең торошон даими рәүештә тикшерегеҙ. Эргә-тирәгеҙҙе сүп-сарҙан, ҡоро үләндән таҙартып тороғоҙ.
“Инцидент-менеджмент” системаһы аша һәм социаль селтәрҙәрҙә килгән һорауҙарҙы ҡарап үттек. Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәр буйынса оператив рәүештә эшләргә, етешһеҙлектәрҙе үҙ ваҡытында бөтөрөргә тырышабыҙ.
Һәр берегеҙгә уңышлы эш аҙнаһы һәм яҡшы кәйеф теләйем! – тип яҙа район етәксеһе социаль селтәрҙә (сығанаҡ: Рамиль Абдуллин).

Юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды
Юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды
Юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды
Юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды
Юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды
Юлсыларға рәхмәт хаттары тапшырылды
Автор:
Читайте нас