Шуларҙың береһе - «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты. Уның маҡсаты - ҡала һәм ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү, күмәк ял өсөн уңайлы урындар - ваҡыт үткәрергә, ғаилә менән йөрөргә, дуҫтар менән осрашырға мөмкин булған уңайлы һәм заманса йәмәғәт киңлектәре булдырыу.
Һуңғы йылдарҙа беҙҙең район биләмәһендә лә ошондай ял урындары барлыҡҡа килә башланы.
-2018 йылда «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты нигеҙендә Иҫке Собханғол ауылының яр буйы, 2019 йылда Күҙәмбәт яланы төҙөкләндерелде, асыҡ сәхнә ҡуйылды. 2020 йылда Баҙал биҫтәһенә менгән йәйәүлеләр өсөн һикәлтә, тротаур эшләнде, 2021 йылда “Ҡайынтүш” паркы төҙөлдө, янына тротуар һалынды. 2022 йылда Баҙал биҫтәһендә Ш. Бабич урамында парк барлыҡҡа килде. 2023 йылда шул уҡ урамда йәйәүлеләр зонаһы эшләнде. Быйыл Иҫке Собханғол ауылының Совхоз урамында спорт майҙансығы төҙөлдө.
Киләһе йылда “Фурҡан” мәсете янында парк төҙөү планлаштырыла. Унда спорт, балалар майҙансыҡтары булдырыласаҡ һәм ял итеү өсөн скамейкалар, арт объект ҡуйыласаҡ, - тине район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, торлаҡ контроле һәм торлаҡты иҫәпкә алыу буйынса баш белгесе Ирек Хәниф улы Әбделмәнов.
Был проекттан тыш районда урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы буйынса ла төҙөлөкләндереү эштәре бара. Быйыл Ҡурғашлы, Аҫҡар ауылдарында халыҡ һорауы һәм ярҙамы менән балалар өсөн уйын майҙансыҡтар төҙөлдө.
"Айыҡ ауыл" республика конкурсында еңеүгә өлгәшкән ауылдар, сертификат суммаһына шулай уҡ майҙансыҡтар төҙөнө. 2021 йылда Аҫҡар ауылында балалар майҙансығы, 2022 йылда Әбделмәмбәттә “Ҡыпсаҡ” паркы (балалар, спорт майҙансығы), 2023 йылда Исламбай ауылында балалар уйын майҙансығы, 2024 йылда Байназар ауылында спорт майҙансығы булдырылды.
3 декабрҙә уҙған тура эфир ваҡытында Республика башлығы Радий Хәбировҡа парктарҙы төҙөкләндереү буйынса һорау бирелгәйне. Радий Фәрит улы Өфөләге Урмансылар һәм Ленин парктарында башҡарылған эштәр турыһында һөйләне.
-Урмансылар паркы икенсе һулыш алды. Кис көнө унда ҡала халҡы рәхәтләнеп йөрөй, был – бик күркәм урын, Өфөнөң үҙенсәлеге, - тине ул тура бәйләнеш барышында.
Шулай уҡ республика башлығы үҙенең сығышында парк унда барған һәр кем өсөн уңайлы ял урыны булырға тейеш, һәр парктың үҫеше өсөн сиктәр юҡ, тип билдәләне.