Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
19 Сентябрь , 16:32

Спорт майҙансығында - һуңғы эштәр

Иҫке Собханғол ауылының Совхоз урамында күп функциялы спорт  майҙансығын төҙөү эштәре тамамланыу өҫтөндә. Был проект “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһында ҡатнашып, урындағы халыҡтың дәррәү тауыш биреүе ярҙамында дәүләт ярҙамы алыуға өлгәшкәйне. Проекттың маҡсаты – ҡала һәм район территорияларын комплекслы үҫтереү, күпләп ял итеү өсөн уңайлы урындар булдырыу.

Спорт майҙансығында - һуңғы эштәр
Спорт майҙансығында - һуңғы эштәр

Спорт майҙансығын төҙөү эшенә Баймаҡ ҡалаһынан “Цезарь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт ойошмаһы тотондо. Прораб Ринат Сәғитов етәкселегендә 10 эшсенән торған бригада төҙөү эштәрен сентябрь аҙағына тамамлап ҡуйырға ниәтләй.

Район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса баш белгесе Ирек Әбделмәнов:

-Майҙансыҡты төҙөү эштәре май айында башланғайны, йәй ямғырлы булыу сәбәпле, эштәр тотҡарланды. Әлеге ваҡытта майҙансыҡта асфальт түшәлгән, бордюрҙар, волейбол өсөн сетка, футбол өсөн ҡапҡалар, баскетбол уйынына кәрзиндәр ҡуйылған, йүгереү өсөн тротуар юл һалынған. Майҙансыҡ тулыһынса кәртәләнгән һәм спорттың башҡа төрҙәре менән шөғөлләнергә теләүселәр өсөн дә шарттар булдырылған. Ошо арала яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылып, майҙансыҡ дөйөм ҡулланыуға тапшырыласаҡ.

Радий Хәбиров: «Муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәте тураһында ла уйлау мөһим һәм ул төп бурыстарҙың береһе. Сөнки уңайлы йәмәғәт мөхите халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә», тип билдәләне. Был төҙөкләндерелгән парктарҙы, скверҙарҙы, ял итеү зоналарын, яҡшы үҫешкән инфраструктураны һәм мәҙәни сараларҙы үҙ эсенә ала. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә 2023 йылда Башҡортостанда 123 йәмәғәт биләмәһе, йәғни 36 парк һәм сквер, 9 яр буйы, 16 майҙан, 18 йәйәүлеләр өсөн урын һәм аллея, 44 башҡа йәмәғәт урыны төҙөкләндерелгән. Бөтә проекттар ҙа урындағы халыҡтың ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашыуы менән тормошҡа ашырыла.

Был программа сиктәрендә үрҙә әйтелгән спорт майҙансығынан тыш, районда “Ҡайынтүш” һәм “Баҙал” парктары төҙөлдө. Ә киләһе йылда “Фурҡан” паркының биләмәһендә тротуар эшләү, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыу, балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары булдырыу, яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү ҡуйыу, контейнерҙар урынлаштырыу күҙаллана.

Спорт майҙансығында - һуңғы эштәр
Спорт майҙансығында - һуңғы эштәр
Спорт майҙансығында - һуңғы эштәр
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: