Республика Башлығы Радий Хәбиров тәҡдиме менән Башҡортостанда “Башҡорт ихаталары” йорт яны биләмәләрен төҙөкләндереү программаһы эшләй.
Ул күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандарҙың тормош шарттарын яҡшыртыу, яндағы биләмәлә уңайлы мөхит булдырыу маҡсатын күҙ уңында тота. Йәғни балалар һәм спорт майҙансыҡтарын төҙөүҙе, йәшелләндереүҙе, парковкаларҙы тәртипкә килтереүҙе һәм башҡа эштәрҙе үҙ эсенә ала. Эштәрҙең сифатын белгестәр контролдә тота һәм халыҡтың фекерен иҫәпкә ала.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге программа республикала бишенсе йыл тормошҡа ашырыла. 2019 йылдан алып 400 мең кеше йәшәгән 1326 ихата төҙөкләндерелгән.
–“Башҡорт ихаталары” – беҙҙең иң яҡшы һәм иң ҙур ихтыяж булған республика программаһы. Ихаталарҙы төҙөкләндереү барышында халыҡҡа хәүефһеҙ, уңайлы майҙансыҡтар булдырыла, улар ололар өсөн дә, балаларға ла ҡулайлы. Иң беренсе сиратта оҙаҡ ваҡыт төҙөкләндерелмәгән, насар тороштағы ихаталар яңыртылырға тейеш, – тип белдергәйне төбәк Башлығы бер сығышында.
Район үҙәгендә “Башҡорт ихаталары” республика программаһы сиктәрендә 2024 йылға тиклем алты күп фатирлы йорт ихатаһын төҙөкләндереү планлаштырылған ине.
Төҙөкләндереү тураһында ҡарар торлаҡ хужаларының дөйөм йыйылышында хәл ителеп, 2019 йылда был Ленин урамындағы 64-се йорттоң ихатаһы төҙөкләндерелде.
Юл төҙөү-ремонтлау участогы хеҙмәткәрҙәре асфальт түшәгән. Шул маҡсатҡа ярашлы, төбәк ҡаҙнаһынан 580 861 һум аҡса бүленгән. Икенсе этап өсөн бүленгән 1 407 919 һум аҡсаға яҡтыртыу, видеокүҙәтеү ҡорамалдары ҡуйылған, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ултыртылған, ҡоймалар, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары төҙөлгән.
Бынан тыш, подъездарҙы комплекслы ремонтлау буйынса йорттоң подъездарында буяу эштәре башҡарылған. Һикәлтә йүнәткәндәр, иҫке ишектәрҙе, тәҙрәләрҙе яңыһына алмаштырғандар, почта йәшниктәре, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Төҙөлөш эштәрен Артур Халиҡов етәкселегендәге «Стройуниверсал» ойошмаһы башҡарған.
“Ихатабыҙ йәмләнеп, таҙарып ҡалды. Ололар эскәмйәгә сығып ултыра, балалар майҙансыҡта уйнай. Тәүге ваҡытта бында шундай шау-шыу булды - теге яҡтан да, был яҡтан да балалар килә, шаулайҙар. Балалар майҙансығы йорттан 12 метр алыҫлыҡта урынлашырға тейеш ине. Ә беҙҙә майҙан бәләкәй, 6 метр ғына алыҫлыҡта булғас, тәүҙә ҡыйын булды - тәҙрә төбөндә генә шаулашалар, кистәрен, айырыуса. Балалар хәҙер нисектер өйрәнделәр, тәртипле уйнайҙар, күп тапҡырҙар әйтә торғас, ҡыйҙарын ташламайҙар. Йортта йәшәүселәрҙе бер нәмә боросомай хәҙер. Подъезд шулай уҡ матурайып ҡалды. Шул тәртипте тоторға ғына кәрәк. Өмәләр үтеп тора. Кисен бында күңелле, күмәкләшеп уйнайбыҙ, эргәлә балалар велосипедта, саммокатта йөрөйҙәр, йәш әсәйҙәргә сабыйҙары менән саф һауаға сығып ултыра. Балалар ҙа татыу үҫә, дуҫлаша, бер-береһе менән бергәләшеп уйнай, ә былай төрлөһө төрлө яҡҡа тырым-тырағай таралышып уйнайҙар ине бит. Бөтә йорттарҙа ла ошондай төҙөкләндереү эштәре үтһә, һәйбәт булыр ине. Улар ҙа йыйылышып һөйләшһендәр, республиканан шундай ярҙам булғанда, ниңә ҡулланып ҡалмаҫҡа?” – ти ошо йортта йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусы Валентина Волкова.
Иҫке Собханғолда йәшәүсе Хәниф Ваһапов әйтеүенсә, ул ошо йорт биләмәһендәге уйын майҙансығына ейәнсәре менән уйнарға килә.
“Ейәнсәрем иртән тора ла, “Олатай, әйҙә уйнарға сығайыҡ” ти башлай. Ағиҙел буйлап йөрөйбөҙ, район үҙәгендә балаларға иркенләп уйнарға урын да юҡ, шуға ошонда килеп булһа ла әҙерәк әүһәләйҙә эйеп, таусығында шыуып ҡайтабыҙ. Үҙемдең ишек алдында ла балаларға уйнарға майҙансыҡ кеүек урын әҙерләп йөрөйөм”, - ти ул.
2020 йылда Ленин урамының 70-се йорто янында төҙөкләндереү эштәренең 1-се этабы ғына эшләнгән - асфальт һалынған, баҡса кәртәләнгән.
Башҡортостанда ғына бойомға ашырылған был программала башҡа йорттар ҙа ҡатнаша ала. Тик проектты башлап ебәреү өсөн халыҡтың теләге генә мөһим. Сөнки сығымдарҙың бер процентын йортта йәшәүселәр өлөшләтә үҙҙәре күтәрә. Биш процентын район хакимиәте үҙ иңенә алһа, ҡалған сығымдарҙың 94 проценты республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана.
Проектта ҡатнашыу өсөн күп фатирлы йортта йәшәүселәр дөйөм йыйылыш үткәреп, ихатаны төҙөкләндереү мәсьәләһе буйынса фекер алышып, уртаҡ ҡарарға килергә һәм урындағы хакимиәткә заявка бирергә тейеш. Ғариза муниципаль берәмектең йәмәғәт-административ комиссияһы тарафынан ҡарала, был ихатаның торошо, урындың үҙенсәлектәре, төҙөкләндереүгә мохтажлыҡ иҫәпкә алынып, программаға индереү-индермәү хәл ителә.