Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
21 Июнь , 10:20

Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк

Һуңғы биш йыл эсендә республикала халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу маҡсатында йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү һәм яңыртыу буйынса байтаҡ эштәр башҡарыла.

Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк

Эш башлаған осоронда уҡ республика башлығы Радий Хәбиров муниципалитеттарҙы үҫтереү программаларын тормошҡа ашырғанда, тораҡ пункттарҙың тышҡы ҡиәфәтенә лә ҙур иғтибар биреү зарур, уңайлы ҡала мөхитен булдырыу – мөһим бурыстарҙың береһе, тип билдәләгәйне. Күп проекттар федераль бюджет иҫәбенә төҙөлә. Мәҫәлән, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының уңайлы ҡала мөхитен булдырыу программаһы буйынса һуңғы 5 йылда Башҡортостанда 7 млрд һумға 683 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән, уларҙың 91 проценты – федераль бюджет иҫәбенә.

Район территорияһында ла төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү эштәре әүҙем алып барыла.

2019 йылда Иҫке Собханғол ауылы биләмәһенең Күҙәмбәт яланында асыҡ сәхнә төҙөлдө. Унан тыш, тамашасылар өсөн трибуна, арт объект, ҡойма, видеокүҙәтеү ҡуйыу буйынса эштәр башҡарылған.

2020 йылда Баҙал биҫтәһендә йәйәүлеләр өсөн 740 метр оҙонлоғонда юл һалынған, баҫҡыс эшләнеп, яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған.

2021 йылда “Ҡайынтүш” паркы төҙөлөп, янына тротуар һалынһа, киләһе йылына Баҙал биҫтәһендәге Ш. Бабич урамында парк барлыҡҡа килде. 2023 йылда шул уҡ урамда йәйәүлеләр зонаһы эшләнде. Ағымдағы йылда Иҫке Собханғол ауылының Совхоз урамында спорт майҙансығын төҙөкләндереү, футбол майҙаны булдырыу, яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыу күҙаллана. Киләһе йылда “Фурҡан” паркының биләмәһендә тротуар эшләү, эскәмйәләр һәм урналар урынлаштырыу, балалар өсөн уйын, спорт майҙансыҡтары булдырыу, яҡтылыҡ, видеокүҙәтеү, контейнерҙар ҡуйыу планлаштырыла.

Бөтә проекттар ҙа урындағы халыҡтың ярҙамы һәм әүҙем ҡатнашыуы менән тормошҡа ашырыла.

Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Яңы майҙансыҡ һәм парк төҙөләсәк
Автор:Айгузель Уразаева
Читайте нас: