Йырсы ла һин, оҫта етәксе лә,
Уңған хужа булдың һәр ерҙә.
Монасиптар һиңә рәхмәт әйтә
Бик шәп күпер өсөн хәҙер ҙә.
Етем үҫеп, ауырлыҡтар күреп,
Уҡыуҙа һин алдын булғаның.
Бөрйәнеңдә ҡалдың. Бөрйән өсөн
Булды һинең бөтә ҡылғаның.
Йырсы булып дан ҡаҙандың йәнә,
Даның китте алыҫ араға.
Еңел юлдар эҙләп йөрөмәнең,
Ҡалдың үҙ ереңде ҡарарға.
Әхәт* менән бер мәл торғанһығыҙ
Ағиҙелдең бирге яғында.
Кәмә көтөп. Сығарыусы булмай,
Кәмә тора арғы ярында.
Ошо ваҡыт бер уй килә һиңә –
Кәрәк бында күпер төҙөргә!
Ир һүҙе бер - Белореттың юлын
Тура килә ҡат-ҡат гиҙергә.
Һанһыҙ документтар, ҡаршылыҡтар...
Ялған һүҙҙәр, бәлә яғыуҙар...
Ирҙең сосо, һүҙҙең ҡыҫҡаһы шәп –
Китә йүнләү, эҙләү, табыуҙар...
Ауыр эште күмәк ҡул еңер, ти
Халҡыбыҙҙың мәҡәл-әйтеме.
Етмеше бишенсе йыл октябрҙә
Үтәлә бит ирҙең әйтеүе.
Башта бынан сыҡты йәйәүлеләр,
Унан сыҡты ферма малдары.
Хәҙер машиналар елеп йөрөй,
Был күперҙең булмай ялдары.
Яңы күпер хәҙер асылһа ла,
Онотмайыҡ Ғилман күперен.
Кеше хеҙмәтенә баһа кәрәк,
Онотабыҙ бик йыш күп ерен.
Күкрәгенән сыҡҡан моңо менән
Йырларға ла ине йырларға...
Насип ағай менән насип булды
Японияға етеү уларға.
Дәүләтбайы менән бергәләшеп
Ил гиҙҙеләр йәнә йыраҡҡа.
Ҡурай моңо менән халыҡ йыры
Аңлашылды барса халыҡҡа.
Миҙалдарың күптер, Ғилман ағай,
Тик иң шәбе – халыҡ һөйөүе.
Халыҡ хәтерендә – бар эштәрең,
Ҙур сауап ул күпер төҙөүең.
Ике ярҙы инде тоташтырғас,
Ғилман ағай, һинең күперең,
Ғилман күперенә әйләнде ул –
Хаҡ баһалы халыҡ хәтере.
Бөгөн дә ул ихлас хеҙмәт итә
Бар халыҡҡа - рухың шатланһын.
Халыҡ өсөн йәшәү – алтын ғүмер,
Шул хәҡиҡәт мәңге ятланһын.
Заманалар инде бик үҙгәрҙе,
Һәр өй һайын трактор, машина.
Өр-яңынан күпер төҙөнөләр
Ғилман күперенең ҡашына.
Был күпер ҙә оҙаҡ хеҙмәт итһен
Ҡыуанысы булып халыҡтың.
Онотмайыҡ бары Ғилман кеүек
Шәхестәрен оло тарихтың.
Сәғиҙә Ғазина
(Һатыбалова).
*Әхәт Буранов.