Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
27 Октябрь 2023, 14:40

Оло Нөгөш йылғаһы кимәленең түбәнәйеүен көтәләр

24 октябрҙә көслө ямғырҙар арҡаһында Оло Нөгөш ярҙарынан сыҡты һәм йылға аша һалынған юлды, торбаларҙы ағыҙып алып китте.  

“Әлеге ваҡытта һыу кимәле кәмеүгә бара. Күпер - республиканың Юл хужалығы идаралығы ҡарамағында. Һәйет ауылынан 10-ға яҡын бала Брәтәккә йөрөп уҡый. Һуңғы аҙнала уҡыусылар дистанцион форматта уҡыны”, - ти Аҫҡар ауыл хакимиәте башлығы Биктимер Мырҙабулатов.

“Һыу кимәле һаман да кәмемәгәнлектән эштәр башҡарып булманы. Киләһе аҙнала ауыр техника ебәреп, юлды эшләй башларбыҙ, тип ниәт итәбеҙ, - ти Әбйәлил юл ремонт-төҙөлөш идаралығының Бөрйән районы участкаһы етәксеһе Руслан Денисламов.

Оло Нөгөш йылғаһы кимәленең түбәнәйеүен көтәләр
Оло Нөгөш йылғаһы кимәленең түбәнәйеүен көтәләр
Автор:Альфина Юлчурина
Читайте нас: