Прораб риза булған. Яңы проектҡа ярашлы, уға бәләкәй ғаиләгә өй төҙөргә кәрәк була. Шулай эш башланған: килешеүҙәр, материалдар эҙләү, тикшереүҙәр... Прораб бик ҡабаланған. Сөнки үҙен пенсияла тип тоя ла башлаған инде.
Ҡабаланып йөрөп, нимәнелер эшләп еткермәгән, нимәнелер ябайлаштырыбыраҡ әтмәләп ҡуйған. Осһоҙлораҡ материалдар алған, сөнки уларҙы алдырыу тиҙерәк һәм еңелерәк булған. Ул был өй үҙенең иң яҡшы эше түгел икәнен аңлаған, ләкин үҙен, был минең карьерамдың аҙағы, тип тынысландырған. Төҙөлөштө йәһәтләп тамамлағас, хужаһын саҡырған.
Хужа өйҙө ҡарап сыҡҡан һәм түбәндәге һүҙҙәрҙе әйткән:
-Беләһеңме, ә бит был һинең өйөң! Бына асҡыстарын ал да, әйҙә, күсеп йәшәй башла! Барлыҡ документтары һинең исемгә эшләнгән. Был һинең оҙайлы йылдар намыҫ менән эшләгәнең өсөн фирманан бүләк!
Прорабтың нимәләр кисергәнлеге уның үҙенә генә билдәле... Ул оялыуынан ҡып-ҡыҙыл булып баҫып торған. Ә эргәһендәге хеҙмәттәштәре ҡул сапҡан, уны яңы өйлө булыуы менән ҡотлаған һәм, прораб, моғайын, бигерәк оялсан, йыуаш булыуы арҡаһында ҡыҙарғандыр, тип уйлағандар. Ә ул үҙенең илке-һалҡылығы өсөн ҡыҙарған. Ул аңлаған – төҙөлөш барышындағы барлыҡ хаталар, эшләп еткерелмәгән урындар хәҙер уның проблемаларына әйләнәсәк. Ә эргәләгеләр барыһы ла, прораб бүләк үтә ҡиммәтле булғанға баҙап ҡалды, тип уйлағандар...
Хәҙер ул үҙ ғүмерендә тәүге тапҡыр ҡабаланып, илке-һалҡыраҡ, арлы-бирлерәк итеп төҙөгән йортта йәшәргә тейеш...
...Беҙ барыбыҙ ҙа – прорабтар. Беҙ үҙ тормошобоҙҙо пенсияға ашыҡҡан прораб һымағыраҡ итеп төҙөйбөҙ. Был тәғәйен төҙөлөштөң һөҙөмтәләре бик үк мөһим түгел, тип артыҡ көс тә һалмайбыҙ - артыҡ көсәнеүҙәр нимәгә ул? Ләкин беҙ үҙебеҙ төҙөгән йортта йәшәгәнебеҙҙе аңлайбыҙ. Сөнки беҙ бөгөн нимә эшләйбеҙ – барыһы ла әһәмиәткә эйә, барыһы ла беҙҙең киләсәгебеҙҙә сағылыш табасаҡ...
Т. Баһауетдинова әҙерләне.