Төҙөлөш инвесторы – “Хевел” компанияһы. Проект буйынса 5-әр мегабайтлыҡ ике станция – Бөрйән Өҫкө СЭС-ы менән Бөрйән Түбәнге СЭС-ы төҙөләсәк. Подрядсы вәкиле Олег Блинчиков менән заказсы вәкиле, капиталь төҙөлөш бүлеге инженеры Вадим Аҡбашевтар әйтеүенсә, ҡояш станцияһы сафҡа инһә, районда әлеге мәлдәгесә ут һүнеү осраҡтары булмаясаҡ.
-Беҙ эште июлдә башланыҡ.Әле свайҙар ҡатыу менән шөғөлләнәбеҙ. Улар өҫтөнә махсус ҡоролма ҡуйылып, унда көньяҡҡа ғына ҡарап торған фотоэлектрик панелдәр беркетеләсәк. Шулар инде энергия йыясаҡ, унан аккумулярлаштырып, селтәргә тапшырасаҡ. Бындай ҡояш станцияларын Көйөргәҙе районында (15 мегабайтлы), Хәйбулла районының Бүребай (СЭС-ында), Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында (9 мегабайтлы) эшләнек. Ноябрь-декабрь айҙарына бөтөргә уй. Тик әле эштә булмаһа ла, йәшәйеш-торошобоҙҙа проблемалар сығып тора – ҡунаҡханала түгел, берәй шәхси йортта йәшәргә ине. Бәлки, ошо тәңгәлдә ярҙам ҡулы һуҙыусы бөрйәндәр булыр. Подрядсылар техника тәңгәлендә тотҡарлыҡ кисереп ала – йә уны күрше Белореттан, йә Магнитогорскиҙан эҙләр кәрәк. Етмәһә, бөтә ерҙә лә төҙөлөштәр ваҡыты.
Баҙал микрорайоны кешеләренән беҙҙең адресҡа, көнө-төнө техникаларын тырылдаталар, тигән аноним ялыу булды. Ошо сәбәпле төнгө смена эшен туҡтаттыҡ, әммә эш темпы кәмене. Былай барһа, беҙ эште ваҡытында теүәлләй алмаясаҡбыҙ. Свайҙар ҡатыуға бер аҙна ғына ваҡыт етә – ошо арауыҡта Бөрйән халҡы сабырлыҡ күрһәтеп, беҙҙең эштең үҙенсәлеген аңлап ҡабул итһәсе, - ти заказсы һәм подрядсы вәкилдәре бер ауыҙҙан.
Эйе, сабыр иткән - мораҙына еткән, ти халыҡ. Берәй аҙна техника тырылдауға күнгәндә, станция төҙөүселәрҙең дә эше графиктан тайпылмаҫ ине.
Бөрйәнгә һуңғы килгәнендә Башҡортостандың халыҡ шағиры, бөйөк аҡыл эйәһе Мостай Кәрим: «Мин бәхетлемен, сөнки Ер шарының ҡояшлы яғында йәшәйем», - тигәйне. Мостафа Сафа улы был һүҙҙәрҙе әйткәндә ҡояшлы яҡты тура мәғәнәлә әйтмәгәне, ошо кәлимәгә үҙенең бәхетле, өлөшлө, шөкөрлө булыуын да һыйҙырыуы - аҡыллыға ишара. Эйе, беҙ, бөрйәндәр ҙә, ҡояш станциялы булып алһаҡ, ерҙең ҡояшлы яғында йәшәргә тейеш булабыҙ – уның нурынан яҡтылыҡ алыр өсөн...