Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
22 Август 2019, 11:36

«Шүлгәнташ» музей комплексы төҙөлә

Районыбыҙҙа Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың йөҙ йыллығы сиктәрендә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлә. Заказсыһы – Башҡортостан республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы.

Районыбыҙҙа Башҡортостан республикаһы ойошторолоуҙың йөҙ йыллығы сиктәрендә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы төҙөлә. Заказсыһы – Башҡортостан республикаһының капиталь төҙөлөш идаралығы. Төҙөлөш эштәре үткән йылдың сентябрендә башланған һәм 2020 йылдың ноябренә тиклем дауам итәсәк.
Былтыр ҡомло-ваҡ ташлы грунт ташып ҡуйылған. Ҡышын ул тығыҙланған. Әлеге ваҡытта монолит плитанан бина нигеҙе һалына. Артабан металл конструкциялары ҡороласаҡ. Икенсе йылға бинаны күтәреп, эске өлөшөн эшләү, биләмәне төҙөкләндереү, тамаша сәхнәһе ҡуйыу, бассейн булдырыу планлаштырыла.
Әле урында 20 кеше эшләй. Бында автокран, бетон-иретмә заводы, һурҙырыу ҡорамалдары бар.
“Һауа торошо эште бер аҙ тотҡарлай. Ләкин ямғыр яуһа ла, һәр кем үҙ эше менән мәшғүл: кемдер ҡыйыҡ аҫтында материалдар әҙерләй, икенселәр арматура киҫә, өсөнсөләр шаблондар эшләй”, - ти “Капиталстрой” ЯСЙ-һы компанияһының төҙөлөш эштәре етәксеһе Марат Сәрүәров.
“Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы районда туристик инфраструктураны артабан үҫтереүсе проект буласаҡ. Музейҙың күп яҡлы экспозицияһы палеолит дәүеренең ҡаяға һүрәт төшөрөү сәнғәтен генә түгел, палеонтология, этнография һәм башҡа фәндәрҙе өйрәнеүгә лә булышлыҡ итәсәк. Экспозициянан тыш, комплекста конференц-зал, балалар фән үҙәге, фәнни стационар, кафе, архив, фонд һаҡлау урындары буласаҡ.
Читайте нас: