Ниһайәт, Иҫке Собханғол-Мораҡ юлына асфальт түшәү эше ҡабаттан йәнләнеп китте. Ғәҙелгәрәй менән Кейекбай ауылдары аралығында әлеге көндә район юл төҙөү-ремонтлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре иртәнән ҡара кискә тиклем юл һалыу менән мәшғүлдәр. Юл төҙөү участкаһы мастеры Нөғәмән Теләүбаев әйтеүенсә, 11 км 180 метр һалынырға тейеш асфальттың 2 км 700 метрының тәүге ҡатламы һалынған да инде.
- Өфөнән юл төҙөү буйынса махсус комиссия килергә тора. Ҡабул итһәләр, ошо уҡ үтелгән асфальттың өҫтөнән икенсе ҡатын да йәйәсәкбеҙ, - ти мастер.
Техниканың һәр төрө үҙ тәғәйенләнешендә – ҡырсын килтерә, йәйә, һыу һибә, тығыҙлып тапай һ.б. эштәр башҡара.
- Йәмғеһе 7 КамАЗ өҙлөкһөҙ кәрәк материалдар менән тәьмин итеп торһа, шуларҙың дүртәүһе 15 тәүлек смена менән Мораҡ, Баймаҡ юл төҙөү участҡаһынан килеп эшләп йөрөйҙәр. Быйыл үҙебеҙҙеке булмағас, «КомЭнергоСервис» ЯСЙ-һының һыу ташыусы машинаһын да ҡуртымға алып торҙоҡ.
Бөгөн башланған асфальт түшәү эшен беҙ киләһе йылдың декабренә тиклем дауам итәсәкбеҙ һәм тулыһынса тапшырырға тейешбеҙ. Бының өсөн атҡарып сығаһы эштәр бихисап - юл ситенә ҡырсынташ һалып тигеҙләп сығыу, юл стандарттарына ярашлы билдәләр ҡуйып сығыу – һ.б. ошоноң һымаҡ эштәр. Телефон тотмаған ерҙә эшләүебеҙ генә мәшәҡәт тыуҙыра, кәрәк саҡта ҡайһы бер мәсьәләне хәл итеү өсөн һөйләшеп булмай, - ти Н. Теләүбаев.
- Осо-ҡырыйһыҙ юл булмай, тигәндәй, бөгөн башлаған юл эштәре аҙағына еткереп ҡуя торған ир-егеттәр йыйылған бында - коллективтан эш ҡалмаҫына беҙ ҙә ышанабыҙ.