Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үткән йылдың ноябрендә оператив-селектор кәңәшмәләрҙең береһендә районыбыҙҙа төҙөлөүсе ике күпер тураһында телгә алғайны. Бөгөн был күперҙәрҙә ниндәй эштәр башҡарыла? Уларҙы тапшырыу ҡасанға планлаштырыла? Ошо һарауҙарға яуап алыу маҡсатында район хакимиәте башлығына һәм белгестәргә мөрәжәғәт иттек.
Рөстәм Шәрипов, район хакимиәте башлығы:
- Республика етәкселеге күперҙәр мәсьәләһен күтәргәс, БР дәүләт транспорт һәм юл хужалығы комитеты етәкселеге тарафынан бер-нисә кәңәшмә ойошторолдо, яуаплы кешеләр билдәләнде һәм тикшереүҙәр үткәрелде. Комитет етәкселеге Нәби күпере мәсьәләһе менән даими рәүештә шөғөлләнә, проектлаусы ойошма – “Дорпроект” ЯСЙ-һы ҡатнашлығында күперҙе эшләп бөтөү юлдары ҡарала. Шулай уҡ транспорт комитеты төҙөлөштө тамамлау буйынса ойошма билдәләй. “Дорпроект” яңы проект әҙерләп бөткәс, ул билдәләнгән ойошма күперҙе төҙөп бөтөргә ышандыра.
Вәсил Юлдашев, район хакимиәтенең баш архитекторы вазифаһын башҡарыусы:
- Нәби ауылындағы күперҙе эксплуатацияға индереү буйынса байтаҡ эштәр башҡарылды. Күперҙең конструктив өлөшөнөң сифатын билдәләү өсөн эксперттар менән килешеү төҙөлдө һәм объектты техник тикшереү барышында өҫтәмә эш талап ителеүсе иҫкәрмәләр билдәләнде. Иҫкәрмәләргә ярашлы, бетондың маркаһын һәм пилонды ябыу тәрәнлеген аныҡлау кәрәклеге тыуҙы. Ошо йәһәттән “Башниистрой” институты менән килешеү төҙөлөп, якорҙәрҙә һәм пилонда бетондың ныҡлығы тикшерелде, грунтҡа һәм бетонға георадиолокацион тикшереү үткәрелде. Һөҙөмтәләр буйынса, якорҙәрҙең бетон маркаһы талаптарға тап килә, ә пилондағы бетондың маркаһы тап килмәй. Үткән шәмбе өҫтәмә тикшереүҙәр үткәрелде һәм ундағы һөҙөмтәләр ҙә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ыңғай булманы. Шуға күрә, халыҡтың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, Нәбиҙәге күперҙе автомобилдәр өсөн ябып торорға мәжбүрбеҙ. Ремонт эштәре иһә һыу кәмегәс башланасаҡ. Әйткәндәй, әлеге ваҡытта юл картаһы төҙөлә, объектты 1 ноябргә сафҡа индереү планлаштырыла.
Марат Хәсәнов, “Капиталь төҙөлөш бүлеге” муниципаль бюджет учреждениеһы белгесе:
- Иҫке Монасиптағы күпергә килгәндә, уға демонтаж үткәреп, яңынан йәйәүлеләр өсөн генә түгел, автомобилдәр өсөн дә күпер төҙөргә хәл ителде. Бөгөнгө көндә проектлаусыны билдәләү өсөн аукцион процедуралары бара, аукцион тамамланып, проект әҙерләнеп, экспертиза үткәс, төҙөлөш эштәре башалнасаҡ. Аныҡлап әйткәндә, 2019 йылға - проект, 2020-2021 йылдарға төҙөлөш эштәре ҡаралған.