«2018 йылға Бөрйән районына финанслау күләме 36 млн. 829 мең һум тәшкил итә. Ул алты урынға бүленгән, икәүһе – ике йәйәүлеләр күперен төҙөүгә. Бында үҙләштереү буйынса проблемалар бар.
Нәби ауылында күпер төҙөлөшө буйынса беҙ төҙөүселәргә 3 млн. 648 мең һум түләмәгәнбеҙ, сөнки төҙөүсе проектлаусы менән төҙөлөшкә үҙгәрештәр индереү буйынса килешкән һәм Башҡортостандың Торлаҡ һәм төҙөлөш өлкәһендә күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты биргән күрһәтмәне үтәмәгән. Уның 2017 һәм 2018 йылдарҙа алған күрһәтмәләре бар. Күрһәтмәләр үтәлмәйенсә, беҙ уларға түләй алмайбыҙ. Бөгөнгө көнгә эш судҡа барып етте. Икенсе объект – ошондай уҡ күперҙе Яңы Монасип ауылында төҙөү. Үҙләштерелмәгән аҡса күләме – 16 миллион һумдан ашыу. Төҙөүсе, арҡандың ҡиммәтлегенә һылтанып, алдан түләүҙе һорай, беҙ бөгөн бындай аҙымға бара алмайбыҙ. Өҫтәүенә, ул контракттың хаҡын арттырыу тураһында ла һүҙ алып бара», — тип аңлатты хәлде муниципалитет башлығы.
Ниһайәт, боҙ урынынан ҡуҙғалды - 7 ноябрь көнө етәкселәр оҙаҡ төҙөлөүсе күперҙәрҙе ҡараны.
БР Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Т. Мөхәмәтйәнов, БР Юл хужалығы идаралығы дәүләт ҡаҙна учреждениеһы етәксеһе Д. Петраковский, район хакимиәте башлығы Р. Шәрипов һәм уның урынбаҫары Н. Сафин, Республиканың Торлаҡ һәм төҙөлөштө күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Башҡортостандың Юл хужалығы идаралығы, «Башкирдортранспроект» институты, төҙөүсе ойошмалар – «Уралдорстрой» һәм «Лидер» етәкселәре төҙөлөп бөтмәгән объекттар урынлашҡан ерҙә кәңәшмә үткәрҙе.
Эш барышы менән танышып, ҡарап сыҡҡас, подрядсы “УралДорСтрой” ЯСЙ-һына Нәби күперен 2019 йылдың 1 апреленә тиклем сафҡа индерергә, Яңы Монасип ауылы янындағы күпер буйынса Бөрйән районы хакимиәтенә 16 декабргә тиклем ике яҡтың ризалығы менән подрядсы ойошма - “Лидер” ЯСЙ-һы менән муниципаль контрактты өҙөргә, БР Юл хужалығы идаралығы, “Дорпроект” ЯСЙ-һы проект ойошмаһы менән берлектә объект төҙөлөшөн тамамалау өсөн локаль смета әҙерләргә, төҙөлөштө тамамлау буйынса торгтар үткәрергә һәм объектты 2019 йылдың 1 авгусына тиклем тапшырырға, тип хәл ителде.