Бөтә яңылыҡтар
Төҙөлөш
4 Октябрь 2018, 16:12

Һуңғы эштәр теүәлләнә

Райондың Яңы Собханғол ауылында 108 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Уны быйыл сафҡа индереү күҙаллана.

Райондың Яңы Собханғол ауылында 108 урынға иҫәпләнгән мәктәп һәм 90 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһы төҙөлөшө тамамланыу өҫтөндә. Уны быйыл сафҡа индереү күҙаллана.
Әлеге ваҡытта учреждение биләмәһендә трансформатор подстанцияһы һәм газ ҡаҙанлығы урынлаштырылған, эргә-тирәһендә төҙөкләндереү эштәре бара. Бина эсендә биҙәү эштәре аҙағына яҡынлаша, технологик ҡорамалдар һәм йыһаз менән комплектлау дауам итә.
Алдан планлаштырылғанса, 2017 йылда башланған төҙөлөш 2019 йылдың авгусына тамамланырға тейеш ине. Дәүләт заказсыһы һәм генераль подрядсы көстәре менән объектты тапшырыу сроктарын яҡынайтыу мөмкинлегенә өлгәшелде.
Яңы Собханғол ауылындағы мәктәп “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына - йөҙ объект” программаһы сиктәрендә төҙөлә. Бөрйәндә ул республиканың 100 йыллығы сиктәрендә төҙөлөүсе берҙән-бер генә объект түгел, Иҫке Собханғол ауылында ла (Ағиҙел ҡасабаһында) ошондай уҡ мәктәп менән балалар баҡсаһы берләштерелгән бина төҙөлә. Ул объектты алдағы йылдың уҡыу йылы башына тапшырыу күҙаллана.

«Башинформ» мәғлүмәттәрен файҙаланып Т. ЙЫҺАНУРОВА әҙерләне.

Читайте нас: