Бөрйән юлсылары ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә район үҙәгендә Ленин урамы башынан алып аҫмалы күпергә тиклемге 1,8 км арауыҡта асфальт япмаһын яңыртты. Күптән төҙөкләндереү талап иткән урамдарҙың яңырыуы халыҡ өсөн ҡыуаныслы булды.
- Иртәнән кискә тиклем эшләүсе 12 кешенән торған бригада менән мастер Игорь Хәкимов етәкселек итте. Беҙҙең район юл төҙөү-ремонтлау идаралығына Күгәрсен районы ДРСУ-һының тотонолған асфальт түшәгес техникаһы бирелде. Хәҙер ике техника бер юлы юлдың ике яғына ла асфальт йәйә, шуға эш тә ырай, юлдың уртаһында йөй ҙә ҡалмай. Быға тиклем бер ҡасан да көнөнә 300 тоннанан күберәк күләмдә асфальт сығарғаныбыҙ юҡ ине. Бынан тыш, юлды төҙөкләндереүгә 6 КамАЗ, 2 каток йәлеп ителде.
Яҡын арала Ҡағы – Иҫке Собханғол трассаһының Яңы Собханғол ауылы тапҡырындағы 1 км 750 метр арауығына ике ҡат асфальт һала башлаясаҡбыҙ. Әле унда юл фрезлау техникаһы иҫке ҡатлам асфальтты ҡырып сыҡты. Шул уҡ ваҡытта икенсе бригада Иҫке Собханғол - Ғәлиәкбәр юлының 5,3 км арауығын, ҡырсынташ түгеп, тигеҙләп, катоклап, ҡыҫҡаһы, бөтә технологияларға ярашлы рәткә килтерәсәк.
Иҫке Монасип ауылының С. Юлаев урамына, Иҫке Собханғолда Кирбес тыҡырығына асфальт һалыу кеүек ҡайһы бер төҙөлөш эштәре аукциондан һуң билдәле буласаҡ, - тине Бөрйән ДРСУ-һы инженеры Динис Хәлитов.
Юлдарҙы матурлау менән бер рәттән юл төҙөү-ремонтлау идаралығы эшсәндәре барьер ҡоймаларын, күперҙәрҙе, павильондарҙы, юл билдәләрен буяй, знактарҙы алмаштыра, юл ситтәрен ағас үҫентеләренән таҙарта.
Д. БАЙНАЗАРОВ.